Был йыйын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Фән һәм мәғрифәт йылы уңайынан ойошторолдо.
Төп сараларҙың береһе - Таҙлар ырыуы тарихына, мәҙәниәтенә һәм бөгөнгөһөнә арналған "түңәрәк өҫтәл". Унда ғалимдар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, этнографтар ҡатнашты. Таҙлар вариҫтары бөгөн Борай, Балтас райондары биләмәләрендә йәшәй һәм Таҙлар ырыуына Тусыбай, Һәйтәк, Шауъяҙы башҡорт ауылдары ингән.
Таҙлар ырыуы шулай уҡ Балтас районының Һәйтәк ауылынан сыҡҡан рәссамдар - Зөфәр һәм Илдар Ғаяновтарҙы үҫтергән.
Доклад менән Тусыбай ауылынан башҡорт ауылдары тарихы хаҡында тыуған яҡты өйрәнеүсе Эльмира Рәшит ҡыҙы Ғәфүрова “Балтас районының Таҙлар ауылдары тарихынан” тигән темаға сығыш яһаны.
Гөлназ Ғәлләмова.