Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, «Беларусь яҙыусылары союзы» йәмәғәт берекмәһе рәйесе Александр Карлюкевич һәм «Беларусь» нәшриәте етәкселеге 26-28 майҙа Өфөлә үтәсәк «Китап байрамы» беренсе халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашасаҡ. Йәрминкә сиктәрендә Мостай Кәримдең һәм белорус авторҙары Василь Быковтың, Янка Купала һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен белорус һәм башҡорт телдәрендә нәшерләүҙе ойоштороу мөмкинлеге тикшереләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
- Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле К.Д. Климин менән Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының берлектәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә беҙ Башҡортостан менән Беларустың мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлеген киңәйтәбеҙ. Туғандаш республикала йәшәүселәр данлыҡлы яҙыусыларыбыҙҙың эштәрен лайыҡлы баһалар тип ышанам. Уның һөҙөмтәләрен 26-28 июндә Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумында күрһәтәсәкбеҙ, - тип аңлатма бирҙе Маргарита Болычева.
Шулай уҡ сарала Беларусь Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары, шулай уҡ Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте дәүләт унитар предприятиеһы һәм «Беларусь» нәшриәте» муниципаль унитар предприятиеһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20880/
Фото mirbiblio.ru