Баҡса (сквер) булдырыу инициативаһы менән ошо ауылда тыуып үҫкән Валерий Сабанов сыҡҡан.
44 ҡайын ултыртылған. Бөйөк Ватан һуғышы яланынан тап шул сама һалдат әйләнеп ҡайтмаған. Һәр ағасҡа һәләк булған яугирҙың исеме яҙылған табличка эленгән. Ошонда уҡ хеҙмәт фронтында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә 10 шыршы ултыртылды .
Артабан Валерий Александрович тыуған ауылына Еңеү менән ҡайтыусылар хөрмәтенә ағастар ултыртырға ниәтләй.
Валерий Александровичҡа тыуған төйәген - Мәнәгәз ауылын төҙөкләндереүҙә, спортты һәм сәләмәт тормошто үҫтереүҙә, районды үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдереп, район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән дә яҡташыбыҙға «Атайсал – бәләкәй Ватан» проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Гөлназ Ғәлләмова.