Ултыртылғандан һуң 2-3 йыл эсендә ҡурай еләге ашламаларҙы тулыһынса файҙалана. Ҡыуаҡ өҫтәмә туҡландырыуға мохтаж булһа, сирҙәргә тиҙ бирешә, емештәре ваҡлана, тәме үҙгәрә.
Уңыш булһын өсөн, бөрөләр уянғансы, ҡурай еләгенең остарын ҡырҡалар, ашламалар һибәләр.
Гранулала булған ашламаларҙы һыуҙа эретеп, ҡыуаҡ төбөнә һалалар. 1 квадрат метрға 10 г мочевина индереү етә.
Тиреҫ, тауыҡ тиҙәге лә ҡурай еләгенә бына тигән ашлама. Бер биҙрә тауыҡ тиҙәген 15 биҙрә һыуҙа ике тәүлек әсетегеҙ ҙә, 1:20 нисбәтендә һыу ҡушып ҡыуаҡ төбөнә һибегеҙ.
Фото: novochag.