Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Балтастар башҡорт теленән диктант яҙҙы

Тулыраҡ:

Балтастар башҡорт теленән диктант яҙҙы
Балтастар башҡорт теленән диктант яҙҙы

Бөгөн балтастар “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһына ҡушылды. Был сарала теләгән һәр кем башҡорт теленән белемен һынап ҡарай алды.

Иҫке Балтаста диктант яҙыу майҙансығы итеп 1-се һәм 2-се урта мәктәптәре билдәләнгәйне. Район буйынса дөйөм алғанда 350 -гә яҡын кеше диктант яҙҙы.

Әлеге сараға мәктәп уҡыусылары ғына түгел, ә төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре лә ихлас ҡушылды. Диктант яҙыуҙа район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, уның урынбаҫары Инзилә Ғәсимйәнова ла ҡатнашты.

Бындай саранан бер нисек тә ситтә ҡалып булмай. Мин дә ҙур теләк менән ҡатнаштым. Минеңсә, һәр кеше үҙ туған телен белергә тейеш. “Теле юҡтың - иле юҡ”, йәки “ Тел бөтһә – милләт тә бөтә”, тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит халыҡ, - тип билдәләне Илгиз Әхүәс улы.

Диктант тексы башҡорт телен башланғыс дәрәжәлә һәм телде яҡшы белеүселәр өсөн дә уңайлы һайлап алынған. Шулай ҙа “Уҡытыусы булыу тәбиғәттән бирелә” тигән тексты яҙыу бик еңелдән булманы.

Эштәрҙе башҡорт теле уҡытыусыларынан торған махсус комиссия тикшерҙе.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтастар башҡорт теленән диктант яҙҙы
Балтастар башҡорт теленән диктант яҙҙы
Балтастар башҡорт теленән диктант яҙҙы
Читайте нас: