Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
30 Июль 2023, 09:00

Фатир асҡыстары тапшырылды

"Авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү" программаһы буйынса яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырылды.

Фатир асҡыстары тапшырылды
Фатир асҡыстары тапшырылды

Мишкә ауылының Тыныслыҡ урамындағы өс ҡатлы 7-се өйҙән 39 яңы фатир хужаларға ишектәрен асты. Бер аҙна алдан шулай уҡ ошо урамда урынлашҡан 32-се өйҙән 24 яңы фатир асҡысы тапшырылғайны.
— Бындай ҡыуаныслы ваҡиғаның Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан бирелеүе бик әһәмиәтле, — тине Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников. — Торлаҡ төҙөү үҫеше фонды ярҙамы менән беҙ төҙөлөштө ваҡытында тамамланыҡ. Бөгөн һеҙ уңайлыҡтары булған иркен фатирҙарҙан күптән көтөлгән асҡыстарҙы ҡулығыҙға алаһығыҙ.
Павел Владимирович хужаларға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхетле, тыныс тормош теләне.
Ошо ике өйҙө файҙаланыуға тапшырыу Ленин урамындағы 88-се, 95-се, 97-се, 99-сы һәм Тыныслыҡ урамындағы 53-сө авария хәлендәге өйҙәрҙән кешеләрҙе яңы фатирҙарға күсерергә мөмкинлек бирҙе. Фатирҙарҙа барлыҡ уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған — үҙәктән йылытыла, электр плитәләре ҡуйылған, йылы һәм һыуыҡ һыу, канализация бар, — тип һөйләне Мишкә ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Ринат Нәбиев.
— Торлаҡ төҙөү үҫеше фонды генераль подрядсы булды, төҙөлөш үткән йылдың аҙағында башланғайны, — тип әңгәмәне дауам итте Мишкә ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ишмаҡаев. — Субподрядсы ойошмаларға ла рәхмәтлебеҙ, объекттарҙы ваҡытында файҙаланыуға тапшырҙылар. Йылытыу системаһы, һыу менән тәьмин итеү, сантехника эштәре менән “СтройПроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шөғөлләнде. Дөйөм тырышлыҡ менән авария хәлендәге фатирҙарҙан кешеләрҙе күсерҙек, 13 етем бала шулай уҡ яңы өйҙәрҙә фатир алды.
Фатирҙарҙа, ысынлап та, бик уңайлы, заманса эшләнгән түшәмдәр, яҡты матур обойҙар, йәшәү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Йорт алдында балалар майҙансығы, парковка урындары бар.
— Район һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенә, төҙөлөшкә ҙур өлөш индергәндәргә ҙур рәхмәтемде еткерәм, — ти хеҙмәт ветераны Йәзилә Очилова. — Кешеләр тураһында шулай хәстәрлек күреүҙәре бик ҡыуаныслы. Иҫке өйҙәге күршеләрем яңы фатирҙа ла күрше булып сыҡты. Был да бик һөйөнөслө.
Тиҙҙән күсенеүселәр яңы фатирға документтар аласаҡ һәм тулы хоҡуҡлы хужалар буласаҡ. Яңы торлаҡта уларға имен һәм бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.

Фирҙәүес Ҡадиҡова.

Мишкә районы.

Фатир асҡыстары тапшырылды
Фатир асҡыстары тапшырылды
Фатир асҡыстары тапшырылды
Фатир асҡыстары тапшырылды
Фатир асҡыстары тапшырылды
Автор:
Читайте нас: