Рәсәй Президенты Владимир Путин йәшәү минимумының 10 процентҡа арттырыласағын иғлан итте. Закон проекты 1 июндән көсөнә инәсәк. Уртаса ул ил буйынса 13 мең 919 һум тәшкил итәсәк.
Бына тыш, ил етәксеһе Дәүләт советы президиумы ултырышында 1 июндән эшләмәүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы 10 процентҡа артасағын белдерҙе. Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, уртаса пенсия күләме 19 мең 360 һум тәшкил итәсәк. 1 июлдән хеҙмәткә түләүҙең минималь дәүмәле лә 10 процентҡа арттырыла. Ул айына 15 мең 279 һумға тиклем етергә тейеш. Граждандарға ғариза яҙыу кәрәкмәй, барыһы ла автоматик рәүештә башҡарыласаҡ.
Фото:Fb.ru
Автор:Дина Арсланова