Башҡортостанда әле һаман ямғырҙар туҡтамай. Һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әгәр синоптиктарҙың фаразы дөрөҫ булһа, август бөткәнсе туҡтамаясаҡ та.
Синоптиктар фаразына ярашлы, августа Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо билдәләнә. Ул йыш яуым-төшөмдән башлана, һәм ямғырҙар көн һайын тиерлек көтөлә. Айҙың һуңғы аҙна ярымында ғына көндәр ҡоро һәм аяҙ торасаҡ. Эҫе һауа торошо башҡаса фаразланмай, һауа температураһы Цельсий буйынса 18-24 градус диапазонында буласаҡ.
Августың тәүге аҙнаһы көтөлгәнсә ҡояшлы ял алып килмәйәсәк, ямғырҙар һәм яуым-төшөм менән оҙатылып барасаҡ, был төбәк халҡының пландарына йоғонто яһаясаҡ. Артабан да эҫе көндәрҙе көтмәгеҙ. Федераль авиаурман һағы фараздары буйынса, Башҡортостанда эҫе, йылы һәм ҡоро һауа торошо арҡаһында августа янғын хәленең ҡатмарлашыуы көтөлмәй.
Ул ғына етмәгән, Башҡортостанға “Кирсти” дауылы килде. Ул алдағы көндәрҙә беҙгә ямғырҙар, йәшен һәм дауыллы ел килтерә. Тап “Кирсти” ошо көндәрҙе Татарстанда булды һәм самолеттарҙы алып “бәрә” ине.
Йәйҙең һуңғы айы имен генә үтеп китһен ине!
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.