Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш
26 Ғинуар 2022, 20:30

Башҡортостан райондарында карантин индерелде

Ҡурҡыныс сир ҡотора. 

Башҡортостан райондарында карантин индерелде
Башҡортостан райондарында карантин индерелде

Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ районының Ҡырмыҫҡалы ауылында Африка тағуны асыҡланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Баҡтиһәң, бында хайуандар өс көн элек үлә башлаған. Әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында карантин иғлан ителде.

Был осорҙа сусҡаларҙы һәм аҙығын һатыу, һатып алыу һәм күсереү тыйыла. Шулай уҡ хайуандарҙы һуйыуға, ҡыр сусҡаһына һунар итеүгә рөхсәт юҡ.

Автор:Инсаф Хужабирганов
 
https://ye102.ru/articles/2022-01-26/bash-ortostan-rayondarynda-karantin-inderelde-2669472?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Читайте нас: