Ошо уңайҙан «Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫы һәм хәҙерге филологияның көнүҙәк мәсьәләләре. VIII Дәүләтшина уҡыуҙары» исеме аҫтында Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Сарала яҙыусылар, ғалимдар, туған тел уҡытыусылары һәм студенттар ҡатнашты.
Конференцияның пленар өлөшөн филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы директоры Винер Вәлиәхмәт улы Ғәниев асты. Ул ҡунаҡтарҙы Һәҙиә Дәүләтшинаның Бөрө ҡалаһындағы тормошо, уның иҫтәлеген мәңгеләштергән кабинет-музейҙың барлыҡҡа килеү тарихы һәм бөгөнгө эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Өфөнән килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа барыһын да сәләмләп, сығыш яһаны. Күренекле шағирә, драматург, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов бөтә яҙыусылар исеменән сәләмләп, сараның киләсәк быуын өсөн мәртәбәһен билдәләне.
Билдәле яҙыусы, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы баш мөхәррире Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Һәҙиә Дәүләтшинаның бер ваҡытта ла бәхетһеҙ ҡатын булмауын, ә ғүмерен бәхет килтереүсе ижадҡа арнауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Ул күренекле шәхестең ҡатыны булыуы менән дә бәхетле, шуға күрә кәмһетелгән, йәберһетелгән итеп күрһәтергә хаҡыбыҙ юҡ”, – тине.
Тәбрикләү һүҙҙәре менән яҙыусы, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты Факил Сәлих улы Мырҙаҡаев һәм Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһының бүлек мөхәррире, “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәре Айгөл Илгиз ҡыҙы Йәмилева сығыш яһаны.
ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы профессоры, филология фәндәре докторы Ришат Фәүҡәт улы Хәсәнов “Башҡорт тарихи-революцион романында ҡатын-ҡыҙ образдары” темаһына һөйләгән доклады менән сараның мәртәбәһен күтәрҙе. Уның йөкмәткеле сығышында “Ырғыҙ” романындағы ҡатын-ҡыҙ образдары рус әҙәбиәтендәгеләр менән сағыштырылды.
Философия фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Айһылыу Хәмзә ҡыҙы Хөсәйенова “Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында философия” исемле сығышында башҡорт философияһын әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә өйрәнеү кәрәклеген билдәләне.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Регина Рәдис ҡыҙы Фазылованың сығышы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул республиканың ҡатын-ҡыҙҙары һәм ғаилә өсөн нәшер ителгән журнал тарихында Һәҙиә Дәүләтшинаның шәхесе сағылышын барланы. Төрки халыҡтары ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренсе роман яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның рухын мәңгеләштереүҙә һәм журнал менән тығыҙ бәйләнеш алып барыуҙа филология фәндәре кандидаты Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынованың эшмәкәрлеген айырым баһаланы.
Филология фәндәре кандидаты, РФА-ның Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Почет билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт ғилеме бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Фирҙәүес Барый ҡыҙы Юнысованың “Хәҙерге очерктарҙа Һәҙиә Дәүләтшина образы” темаһына сығышы ла фәнни-ғәмәли конференцияның дәрәжәһен күтәрҙе.
Секция ултырышында күренекле әҙибәнең әҙәби мираҫы менән бәйле сығыштарҙы тыңлау дауам итте. Филология фәндәре кандидаты Роза Дияс ҡыҙы Хөснуллина “Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында архетиптар”, БР Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Гөлнур Булат ҡыҙы Ҡорманаева “Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы фондында Һәҙиә Дәүләтшинаға ҡағылышлы материалдар” темаларына һөйләгән докладтары конференцияның йөкмәткеһен тулыландырҙы.
Сара аҙағында 3-сө курс студенты Айҙар Миһрановтың тасуири уҡыуында Ғәзим Шафиҡовтың шиғырын тыңлау, яҙыусының бюсына сәскәләр һалыу, иҫтәлеккә фотоға төшөү ойошторолдо. Халҡыбыҙ тарафынан мәшһүр яҙыусыбыҙға һәм уның ижади мираҫына булған иғтибар, шәхесе менән ҡыҙыҡһыныу ваҡыт үтеү менән кәмемәй, киреһенсә, арта ғына бара. Ҡунаҡтарҙың да, студенттарҙың да саранан оло ҡәнәғәтлек менән таралыуы шуны раҫланы.
Музейҙа ҡәҙерле ҡомартҡыларҙың береһе – «Ырғыҙ» романының ҡулъяҙмаһы һаҡлана. Ошо юлдар авторы, ҡулъяҙма һәм баҫма вариантты сағыштырып, әҫәрҙең халыҡсан, һутлы телдә яҙылыуын, ләкин ҡайһы бер уңышһыҙ төҙәтеүҙәр, техник хаталар әҫәрҙең йөкмәткеһенә йоғонто яһауын билдәләне. Роман ҡабаттан нәшер ителә ҡалһа, төп нөсхәләгесә дөрөҫ вариантты ҡалдырыуҙы тәҡдим итте. Уларҙың ҡайһы берҙәренә туҡталып китәйек:
1) Романда «сыбар» урынына «сабыр» һүҙен ҡулланыу бар. Кем белә бит, ҡайһы ҡыҙҙар бик сабыр йөрәкле булалар. Уларҙың күңеле һәр бер ялтыр нәмәгә елберҙәп ҡунырға әҙер торған ел ҡанатлы күбәләктәр һымаҡ, һәр бер ялтырауыҡҡа ҡыҙығыусан булалар...(145-146-сы биттәр). Һөйләмдә «сабыр» һүҙе текст йөкмәткеһенә бөтөнләй тап килмәй, сыбар йөрәк тигәндән иләҫ-миләҫ, үҙгәреүсән холоҡ тип аңларға кәрәк.
2) Романдың ҡулъяҙма вариантында Шаһиҙә инәй тураһында барған бүлектәрҙә "дәүәт" һүҙе иркен ҡулланыла. Мәҫәлән, үҙенең ҡултыҡ аҫтында тағып йөрөткән ҡалын ғына дәүәт муҡсайын сығарып ҡутарҙы... Дәүәт – һул иң баштан уң ҡултыҡ аҫтына төшөрөп түшкә ҡыялатып кейелә торған тәңкә, мәрйен баҫылған ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүесе. Романдың үҙендә һүҙ муҡса, муҡсай, дәүләт тип төрлөсә үҙгәртелеп бирелә: ...әбейҙең дәүләтенән сыҡҡан был ҡағыҙҙарҙы ҡаранылар (106-сы бит).
3) Йәнә әҫәрҙәге Ул (һыбайлы) ҡапыл күҙҙәрен ҡыҫып, йәйеңке танауын тағы ла йәйеңкерәп, аҡ тештәрен күрһәтеп, киң йылмайҙы (259-сы бит) һөйләмен Һ. Дәүләтшина яҙғанса ...ҡапыс күҙҙәрен ҡыҫып..., тип уҡырға кәрәк. Ысынлап та, ҡапыс күҙ тип шешмәкләнеп, ҡапсыҡланып торған күҙгә ҡарата әйтәләр.
4) Ул (Гөлйөҙөм)....таҫтамалға урап алған сөсө икмәген алды ла фургонға менеп ултырҙы (323-сө бит). Әҫәрҙә бирелгән фургон һүҙе иғтибарҙы тарта. Фургон – өҫтө ябыулы арба. Ләкин ҡулъяҙмала бирелгән ридуан арба варианты дөрөҫ булыр ине. Ридуан рус телендәге рыдван һүҙенән, бесән, көлтә ташый торған бейек үрәсәле арба ул.
5) Роман исемле бүлектәрҙән тора. «Һыуға башлағанда» бүлегендә Заһитулланың Таллы ауылына Сафураны килен итеп алып ҡайтыуы һәм бикәстәренең еңгә күрә килеүҙәре, һыу башлатыу йолаһы тасуирлана. Шуға күрә төп нөсхәлә бүлектең «Һыу башлатҡанда» тип бирелгән атамаһын уңышлыраҡ һанайбыҙ.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.