Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
11 Октябрь 2023, 10:00

Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләп

«Умникум» мәҙәни-белем биреү үҙәгендә башҡорт әҙәбиәте классигы Шәйехзада Бабич менән рус халҡының үлемһеҙ шағиры Сергей Есенинға арналған “Тыуған илемде данлап йырлайым” исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте. Бай йөкмәткеле сара күренекле шағир, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Александр Хватков башланғысы менән үткәрелде. Күңел байрамына уҡыусылар, студенттар, китапханасылар, китап һөйөүселәр йыйылды.

Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләп
Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләп

Сараны Александр Хватков (һүрәттә) үҙе асты. Ул ҡунаҡтарҙы ике милләттең ике билдәле һәм талантлы шағирының тормош юлы, ижады менән таныштырҙы. Ш.Бабич менән С.Есениндың уртаҡ яҡтарын асып, уларҙың Ватаныбыҙ Рәсәй менән Башҡортостандың ғорурлығы булыуын, бер осорҙа ижад итеүҙәрен, күп шиғырҙарының Тыуған ил темаһына бағышланған булыуын билдәләне.
“Тыуған ил нимәнән башлана?” видео-клибы тамашасыларға бөйөк илебеҙҙең матурлығын, иркенлеген, азатлығын тағы ла бер тойорға һәм аңларға мөмкинлек бирҙе.
Поэтик тамаша артабан студенттарҙың Ш.Бабич шиғырҙарын тасуири һөйләүҙәре менән дауам итте. Камила Әхмәтйәнова һәм Булат Хәтмуллин Шәйехзада Бабичтың — “Ҡурай”, Юлай Хәйруллин — “Башҡортостан”, Илсаф Ғирфанов “Беҙ” шиғырҙарын яттан һөйләне. Тыуған илгә оло ихтирам менән һуғарылған шиғырҙар башҡорт телендә генә түгел, ә рус теленә тәржемәһендә лә яңғыраны. Уларҙы матур ҡурай моңо оҙатыуында Зөлфиә Ниғәмәтова, Ләлә Исламова, Александр Михайлов башҡарҙы.
400-ҙән артыҡ шиғыр авторы Сергей Есениндың төрлө теманы үҙ эсенә алған ижад емештәрен ҡунаҡтар уҡыны. “Шаһанәм, һин минең Шаһанәм”, “Көсөк балаһы” шиғырҙарын — Дарья Хваткова, “Ҡылған йоҡлай...”ҙы — Кира Лобова, “Эт тураһында йыр”ҙы — Раиса Безрукова, “Киске шәфәҡ тураһында уйланды юл” шиғырын Анна Безрукова һөйләне. Поэзия өлгөләре гармун көйө, гитара моңо аҫтында башҡарылды. Шулай уҡ “Әсәйемә хат”, «Үкенмәйем, саҡырмайым, иламайым», «Миндә әле тик бер хәстәр» һәм башҡа үҙәккә үтеп инә торған шиғырҙар уҡылды.
Кисәгә Башҡортостан Яҙыусылар союзынан да ҡунаҡтар килгәйне. Башҡортостандың сатира һәм юмор оҫтаһы, яҙыусы һәм журналист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре Марсель Сәлимов һәм яҙыусы, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Винер Исхаков булды. Марсель Сәлимов үҙе менән таныштырҙы һәм Александр Хватковтың ижады тураһында һөйләне. Винер Исхаков иһә сараның юғары кимәлдә үтеүен билдәләне.
Әҙәби-музыкаль кисә бик мауыҡтырғыс барҙы, залда ултырған һәр кешелә илһөйәрлек рухы, әҙәбиәткә һөйөү тойғоларын уятты. Бөрөләр һәм ҡала ҡунаҡтары ике талантлы шағирҙың Ватан темаһы менән һуғарылған лирикаһынан ҡәнәғәтлек кисерҙе.
Сара «Рәсәй улы» йыры менән тамамланды. Уны үҙҙәренең моңло тауыштары менән Александр Хватков һәм Олег Полюдов башҡарҙы.
Бындай кисәләр үткәреү бөгөн бигерәк тә көнүҙәк, сөнки балаларҙа Тыуған илгә һөйөү, ихтирам нәҡ ошондай сараларҙа тәрбиәләнә.
Аделина Шәмсиева.

Бөрө районы.

Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләп
Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләп
Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләп
Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләп
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: