Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
25 Май 2023, 09:49

Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу үтте

 Өфө фән һәм технологиялар университетының  Бөрө филиалына студенттар менән осрашыуға күренекле прозаик, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал килде.

Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу үтте
Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу үтте

Ринат Камал әҙәбиәткә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, етерлек тормош һәм ижад тәжрибәһе туплап, ныҡлап аяҡ баҫты һәм артабанғы сирек быуат эсендә үҙен талантлы яҙыусы итеп танытты. 1993 йылда повесть, хикәйәләр һәм новеллалар тупланған «Бәлә» исемле тәүге китабы менән, тәнҡитсе Суфиян Сафуанов билдәләүенсә, «әҙәбиәтебеҙгә шаҡтай өлгөрөп еткән проза оҫтаһының килеүе тураһында хәбәр» иткән әҙип артабан яңынан-яңы нәҫерҙәрен, хикәйә һәм повестарын уҡыусыға тәҡдим итте. Ул ғына түгел: Ринат Камалдың XXI быуаттағы тәүге ун йыллыҡта нәшер ителгән романдары башҡорт әҙәбиәтендә һиҙелерлек күренеш булды. «Таня—Таңһылыу», «Оҙонтал», «Сабыр йән», «Әлфирә», «Ағай-энеләр» ише романдары менән проза донъяһы байыны, ҡотайҙы.

 Студенттар Р.Камалдың үҙенсәлекле һәм тос ижадына әҙәбиәт һәм тел күҙлегенән фәнни байҡау яһаны.

Сараны Хатмуллин Булат һәм Сафина Руфина матур итеп алып барҙылар. Ринат Камал ҡыҫҡаса үҙе тураһында һөйләп китте. Әҙәбиәт һәм тел һөйөүселәр яҙыусының ижады буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.

 

 Яҙыусы, үҙ сиратында, тормош юлында һәм ижадында осраған ҡыҙыҡлы һәм фәһемле ваҡиғалар тураһында һөйләне, ҡайһы бер геройҙарының прототиптары менән таныштырҙы. 30-ҙан ашыу роман авторының йәштәргә һөйләр һүҙе лә, әйтер теләктәре лә күп булды.

Ғәлиә Ғәниева.

Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу үтте
Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу үтте
Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу үтте
Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу үтте
Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу үтте
Автор:
Читайте нас: