Районыбыҙҙа ижади сәфәр менән билдәле яҙыусылар — Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова, «Шоңҡар» журналының яуаплы секретары Гөлнара Мостафина, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире урынбаҫары Светлана Чураева, кинематографистар Союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева һәм музыкант, актер, режиссер, сценарист Роман Пожидаев килеп китте.
Ҡунаҡтар тәүҙә Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында туҡтап, Шәйехзада Бабич музейында булды. Альбина Ғизетдинова уларға экскурсия үткәрҙе. Музей һаҡсыһы, ойоштороусы Әлфиә Зарипова Шәйехзада Бабич һәм Кирәй Мәргәндең шәжәрәһе менән таныштырҙы. Унан һуң Шәйехзада Бабич бюсына, Кирәй Мәргәндең таҡтаташына, Ш. Бабичтың атаһы Мөхәмәтзакир Бабичев ҡәберенә сәскә һалдылар.
Ижади сәфәр тураһында Йәнтөйәк гәзитенең 31 майҙа сығасаҡ 10-сы һанында тулыраҡ уҡый алаһығыҙ.
Лилиә Хәсәнова.
Мишкә районы.