Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу үтте. Сараны I курс студенттары Розалина Хөпөтдинова менән Юлай Хәйруллин алып барҙы. Улар халыҡ яҙыусыһының ижадына һәм тормош юлына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
...Әҙәбиәткә Таңсулпан Ғарипова 70-се йылдарҙа килә. Тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1978 йылда “Ялан сейәһе” исеме менән “Китап” нәшриәтендә баҫтырыла. Һуңынан бер-бер артлы “Күгәрсен йыры”, “Ай менән Ҡояш бер генә” исемле хикәйәләр һәм повестар туплаған ике китабы донъя күрә. Танылған “Бөйрәкәй” пенталогияһы өҫтөндә яҙыусы ете йыл тирәһе эшләй. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы, изгелек һәм яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, яҡты ҡатын-ҡыҙ образдары яҡтыртыла. 2004 йылда был әҫәр “Йыл романы” исеменә лайыҡ була. 2006 йылда авторға ул Салауат Юлаев дәүләт премияһы алып килә.
Һуңғы йылдарҙа Таңсулпан Ғарипова әүҙем рәүештә драматургия өлкәһендә ижад итә. Уның “Аҡ тирәк”, “Төштәге йыр”, “Ямғыр көткәндә” пьесалары сәхнәләргә ҡуйыла. “Йәйге таш” киноповесы буйынса “Сөмбөлдөң етенсе йәйе” тулы метражлы фильм төшөрөлә. Был фильм Мәскәүҙә уҙғарылған Халыҡ-ара кинофестивалдә “Алтын фил” премияһына эйә була.
Студенттар Таңсулпан Ғарипованың ижады буйынса фәнни докладтар уҡыны. Улар халыҡ яҙыусыһының “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһының тел-стиль үҙенсәлектәрен грамматик синонимдар миҫалында асыҡлауға ынтылыш яһаны. Филология фәндәре кандидаты Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова яҙыусының талантына әҙәби күҙлектән баһа бирҙе. Ул романдың фольклор мотивтары менән һуғарылыуын аныҡ миҫалдар ярҙамында иҫбат итте. Шулай уҡ Таңсулпан апайҙың шиғырҙарына көйҙәр һалынып, йырҙар ижад ителеүен дә күрҙе студенттар.
Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә Таңсулпан Ғарипова беҙгә үҙ тормошо һәм ижады менән бәйле төрлө мауыҡтырғыс ваҡиғалар һөйләне, һорауҙарға яуаптар бирҙе. Беҙ уның бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта ҡыҙғаныс та мәлдәрҙән торған тормош һуҡмаҡтары тураһында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланыҡ. Ул етенсе класты тамамлағас, уҡыуын артабан дауам итеү өсөн Сибай ҡалаһына тиклем 50 саҡрымды йәйәүләп үтә. Сибай интернатын тамамлағас, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Түбәгә уҡырға инә, өс йыл буйы ул күрше ауылға йөрөп уҡый. Береһендә уға Ирәндек тауында күҙмә-күҙ бүре менән дә осрашырға тура килә. Әҫәрҙәрендә бүре образы барлыҡҡа килеүе лә шул ваҡиғалар менән бәйле икән.
Әңгәмә барышында Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы студенттар өсөн бик күп файҙалы кәңәштәр бирҙе. Уларҙың икәүһе айырыуса хәтерҙә ҡалды. Беренсеһе — үҙ уйҙарыңды һәр саҡ ҡағыҙға теркәп, көндәлек алып барырға. Тәү тапҡыр кисергән хистәр юғалып ҡалмаһын, тормошта булған ваҡиғалар шул килеш хәтерҙә һаҡланырға тейеш. Икенсеһе — үҙең башҡарған эште башҡаларға, киләсәк быуынға матур итеп тапшыра белеү. Ошо кәңәштәр, минең уйлауымса, буласаҡ яҙыусы өсөн генә түгел, һәр кеше өсөн дә бик кәрәкле һәм файҙалы. Башҡорт халҡы, милләте, мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм теле үҫеше өсөн тос өлөш индергән халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу беҙгә шул тиклем әһәмиәтле һәм фәһемле булды, саранан һуң минең үҙемдең дә берәй әҫәр ултырып яҙып ҡарағым килде.
Таңсулпан Ғарипова ҡунаҡтар һәм студенттар менән йәнле һөйләшеү алып барған арала ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы доценты, билдәле рәссам Александр Заярнюк һәм педагогика факультетының 4-се курс студенты халыҡ яҙыусыһының портреттарын эшләп бүләк итте. Осрашыу аҙағында студенттар һәм ҡунаҡтар Таңсулпан апайҙың автографлы китаптарына эйә булды.
Күркәм сараны ойоштороусыларға, ҡала китапханаларынан осрашыуға килгән ҡунаҡтарға, һәм, әлбиттә, рух байрамы бүләк иткән Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғариповаға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Аделина ШӘМСИЕВА.