Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
2 Ғинуар 2023, 13:00

Фәһемле осрашыу

Филология кафедраһы саҡырыуы буйынса Бөрө филиалына Новосибирскиҙан һәм Өфөнән билдәле яҙыусылар килде. Пушкин аудиторияһында улар филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты студенттары һәм уҡытыусылары менән осрашты.

Ижад хаҡында һөйләргә, шулай уҡ студенттарға проза һәм шиғырҙар яҙырға ярҙам итергә, яҙыусылыҡ уңышына табан тәүге аҙымдарын яһарға Юрий Анатольевич Татаренко (шағир, прозаик, тәнҡитсе, әҙәби тәржемәсе, театр педагогы, туғыҙ шиғыр китабы авторы, Рәсәй яҙыусылар һәм Рәсәй журналистар союзы, РФ театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара әҙәби конкурстар лауреаты) менән Светлана Рөстәм ҡыҙы Чураева (шағир, прозаик, драматург, әҙәби тәржемәсе, Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары, Башҡортостан Яҙыусылар союзының рус теле яҙыусылар берекмәһе рәйесе, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, бер нисә әҙәби премиялар һәм конкурстар лауреаты) килде.
Осрашыуҙың беренсе өлөшөндә ҡунаҡтар үҙҙәренең ижады, «Бельские просторы» журналы хаҡында һөйләне, тыңлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, төрлө темаларға шиғырҙарын уҡыны.
Һуңынан яҙыусылар Дмитрий Сергеевич Ярыжнов етәкселегендәге «Литэр» берекмәһенең һәләтле студенттары менән әңгәмәләште. Юрий Анатольевич менән Светлана Рөстәм ҡыҙы йәш шағирҙарҙы һәм прозаиктарҙы ҡыҙыҡһынып тыңланы һәм уларға яҙыусылыҡ оҫталығын үҫтереүгә ҡағылышлы кәңәштәр бирҙе. Өс юллыҡ шиғырҙы булдырыу буйынса ҙур булмаған оҫталыҡ дәресе үткәрелде.


Илшат ҠАЗЫХАНОВ.

Автор:
Читайте нас: