Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
21 Март 2022, 12:10

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө

Шиғыр яҙыусылар һәм һөйөүселәр байрамы. Шиғриәт көнө иң тәүҙә үткән быуат урталарында океан аръяғындағы ҙур дәүләттең бер штатында үткән. Шунан был дата әкренләп донъя илдәренә таралған һәм ЮНЕСКО-ның Генераль ассамблеяһы Бөтә донъя шиғриәт көнө булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Баҡһаң, шиғыр уҡыу баш мейеһе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә икән.

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө
Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө

Рәсәйҙә тәүге шиғриәт көнө Таганкалағы театрҙа үткән.

Ҡыҙыҡлы факттар

Рус шағирҙарының тәбиғәт тураһындағы шиғырҙарында иң күбе өс ағас осрай: ҡайын, ҡарағай, имән.

Иң тәүге шағирә – Энхедуанна. Ул беҙҙең эраға тиклем 23-сө быуатта йәшәгән.

XVIII быуатта хакимлыҡ иткән Цяньлун исемле Ҡытай императоры моңһоу (бойоҡ) шиғырҙар авторҙарын язалаған, имеш.

Бөйөк Британияның Ливерпуль университеты ғалимлдары раҫлауынса, шиғыр уҡыу баш мейеһе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә.

 

Һәм шиғыр яратыусылар өсөн матур бер ижад емеше:

Рамаҙан Ҡолмөхәмәтов (Рамазан Кульмухаметов (vk.com))

Йөрәгемә

Эй, йөрәгем, ниңә талпынаһың? -
Түгелһең дә инде буҙ турғай.
Ҡар, бурандар һаман көрттәр бурай,
Иҫкесә март тыумай яҙ булмай.

Йылын йылы елкенәһең шулай,
Яҙҙың яҡынлығын тойомлап.
Өмөт иткән миҙгел ҡар аҫтында
Әле саҡ-саҡ килә моронлап.

Эй, йөрәгем, ҡайҙа ашҡынаһың? -
Беҙ бит инде күптән йәш түгел.
Ғашиҡ булыр замандар ҙа уҙған,
Тынысайып ҡалған йән-күңел.

Йөрәк ҡартаймай, тип юҡҡа ғына
Йырланмайҙыр инде йырҙарҙа.
Йәш мәлеңде әллә һағындыңмы ? -
Ул ҡалды бит алыҫ йылдарҙа.

Эй, йөрәгем, бары уйҙа ғына
Үткәндәргә ҡайтып урайбыҙ.
Йәшлектәге дуҫты юҡһынып беҙ,
Бәхет, шатлыҡ ҡына юллайбыҙ.

Талпынмай тор, ашҡынмай тор, йөрәк,
Һағыштарға һалма булмышты.
Был донъяға ике тыумағандай,
Ҡабат башлап булмай тормошто.

Эй, йөрәгем, ҡайҙа уҡталаһың,
Ситлектәге бикле ҡош һымаҡ.
Яҙ миҙгеле - йәштәр биләмәһе,
Ә беҙ унда бары тик ҡунаҡ.

 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө
Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө
Автор:
Читайте нас: