Һаумы, тиҙәр гөлдәр...
Ауылымдың туғайҙары аша
Алыҫтарҙан ҡайтып киләмен,
Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәм
Һәм эйелеп өҙәм еләген.
Гөлдәр миңә: "Һаумы, һаумы!" – тиҙәр,
Талғын елдәр иҫкән сағында,
Баш эйәләр. Бер мин генә түгел,
Улар ҙа, ахыры, мине һағынған.
Айырылыуҙың оҙаҡ йылдарында
Ниндәй яландарҙа йөрөмәнем,
Ләкин, гөлдәр, һеҙҙең шикеллеләй
Хуш еҫ бөркөгәнде күрмәнем.
Хәтерләйем ошо туғайҙарҙа
Бик-бик күптән гөлдәр үҫкәнен;
Ғашиҡ булдым егет йылдарымда,
Тик гөлдәрҙе үрелеп өҙмәнем.
Ғашиҡ булдым. Ләкин мин ғишҡымды
Әйтеп бирҙем ябай тел менән.
Тиңләмәнем уны далалағы
Ғүмерһеҙ һәм матур гөл менән.
Улар һаман: "Һаумы, һаумы" – тиҙәр,
Алдарыма хуш еҫ сәсәләр.
Бик һағындым һеҙҙе, бик һағындым,
Үҙ еремдә үҫкән сәскәләр.
* * *
"Иҫке һүҙҙәр иҫкермәһен өсөн..."
Иҫке һүҙҙәр иҫкермәһен өсөн
Ҡабатларға кәрәк:
Йырҙан йырға күсһен өс бөйөк зат –
"Ватан", "Һөйөү", "Икмәк".
Ҡорал алһам йәки йыр сығарһам,
Йәки иген икһәм,
Ғүмер баҡый хеҙмәтсегеҙ булдым,
Ватан, Һөйөү, Икмәк!
Бер валсығын, хәләл бер осҡонон
Әгәр харам итһәк,
Мең ҡәһәрләр беҙҙе, мең ҡәһәрләр
Ватан, Һөйөү, Икмәк.
* * *
Ҡайын япрағы тураһында
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, –
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
Шундай йәшел, юғары.
Нисә быуат шул япраҡты
Ҡайындан өҙмәк булып,
Боҙ һалҡынында туңдырмаҡ,
Утта көйҙөрмәк булып,
Нисә диңгеҙ аръяғынан
Ниндәй елдәр иҫмәгән,
Ниндәй йәшен уйнамаған,
Ниндәй ҡырау төшмәгән.
Шул япраҡты ашар булып,
Нисә төрлө ҡорт һырыған,
Ҡайһы "милләт", ҡайһы "дәүләт",
Йә "өммәт" затлы булған.
Ғорур япраҡ өҙөлмәгән
Ғорур ҡайын – әсәнән,
Әсәһенең һуты менән,
Көсө менән йәшәгән.
Бөгөнгө яҙ килде илгә
Елдәр, дауылдар аша.
Ҡайындың шат япраҡтары,
Тыңла, нисек шаулаша!
Картаға ҡарап, еремде:
– Бер япраҡ саҡлы, – тинем,
Мин хайранмын киңлегеңә,
Башҡортостаным-илем!
Бер сигең – Яйыҡ ярында,
Ыҡ буйында бер сигең,
Бөркөт ҡанатын талдырыр
Сал тауҙарың бар һинең.
Һиндә – тормоштоң көрлөгө,
Донъялар именлеге,
Һиндә – тауҙар ғорурлығы,
Далалар иркенлеге.
Һыуҙарың көмөш. Тупрағың
Торғаны алтын һинең,
Бар хазинаңдан ҡиммәтле
Бәхетле халҡың һинең.
(...)
Кисәгең дә бөгөнгөңдәй
Күңелемә яҡын минең.
Утты, һыуҙы кисеп үткән
Ҡаһарман халҡым минең!
Мостай КӘРИМ.