Халҡыбыҙҙа көҙҙөң икенсе айы тураһында ниндәй һынамыштар бар?
* Октябрь – ни арба, ни сана.
* Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.
* 1 октябрҙә торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
* 1 октябрҙә ел көнө буйы төньяҡтан иҫһә, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан икән, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр.
* 8 октябрь тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә – тиҙ иреп бөтәсәк.
* Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа.
* Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ: япраҡтары әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр.
* Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
* Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.
* Урманда миләш күп икән, көҙ ямғырлы, кире осраҡта ҡоро булыр.
* 1 октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
* Көҙ ҡуяндар бер эҙҙән йөрөһә, ҡыш ҡар күп булыр.