Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
25 Сентябрь 2021, 17:30

Халыҡ яҙыусыһын яҡташтары ҙурланы

 Ишембай ерендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 90 йәшлек юбилейы уңайынан байрам саралары үтте.

Халыҡ яҙыусыһын яҡташтары ҙурланы
Халыҡ яҙыусыһын яҡташтары ҙурланы

Иртә менән ул әҙиптең тыуған ауылы Ҡолғонала башланып китте. Ҡолғона урта мәктәбенә Ноғман Мусиндың исемен биреү менән дә иҫтәлекле булды бөгөнгө көн. Шулай уҡ халыҡ яҙыусыһы, уның ҡәләмдәштәре, ауылдаштары, райондаштары ҡатнашлығында мәктәп эргәһендә Ноғман Мусин аллеяһы ла барлыҡҡа килде. Күмәк көс менән 20 төп миләш ағастары ултыртылды.

Артабан саралар ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Ҡолғоналар Ноғман Мусиндың тормошона, ижадына арналған документаль фильмды тәүгеләрҙән булып күреү бәхетен татыны. Уны юбилярҙы тәбрикләүҙәр алмаштырҙы.

Кисен ҡаланың мәҙәниәт һарайы ла Ноғман Мусиндың ижадын һөйөүселәрҙе йыйҙы. Һәр сығышта халыҡ яҙыусыһына ҡарата тәрән ихтирам, күңел йылылығы сағылды. Бөйөк шәхестәрен ҙурлап, ишембайҙар йәш быуынға матур өлгө күрһәтте.

“Ишембай һәр ваҡыт минең йөрәгемдә, күңелемдә”, -тине Ноғман Мусин яҡташтарына рәхмәт белдереп.

 
Халыҡ яҙыусыһын яҡташтары ҙурланы
Халыҡ яҙыусыһын яҡташтары ҙурланы
Автор:
Читайте нас: