Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ирекмән йылы
3 Октябрь 2021, 10:35

“Ил иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк”

“Өҫтөнлөк-2030” грантының бер миллиард һумға тиклемге махсус өлөшөн ҡайһы юғары уҡыу йорто алыр?

“Ил иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк”
“Ил иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк”

2 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өҫтөнлөк-2030” (“Приоритет-2030”) стратегик академик лидерлыҡ программаһы нигеҙендәге мәғариф ойошмаларын үҫтереү программаларына булышлыҡ итеү советы ултырышында ҡатнашты. Мәғлүм булыуынса, ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы тормошҡа ашырыла.

Совет Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко рәйеслегендә 1 октябрҙә эшләй башланы. Өс көн дауамында, 1 – 3 октябрҙә, уның эксперттары “Өҫтөнлөк-2030” грантының бер миллиард һумға тиклемге махсус өлөшөн илдең 54 юғары уҡыу йорто араһында бүлеүгә конкурс үткәрә.

"Күләме буйынса “Өҫтөнлөк-2030” әүәлге белем биреү программаларынан байтаҡҡа өҫтөн тора. Унда ҡатнашыусылар гранттың 100 миллион һумлыҡ төп өлөшөн алды. Икенсе этапҡа үҫеш программалары ғәҙәти моделдәрҙән ҡырҡа айырылған 54 университет үтте, – тине Дмитрий Чернышенко, Совет эшен асып. – Уңышлы яҡлағандан һуң улар гранттың махсус өлөшөн аласаҡ, уның күләме йылына бер миллиард һумға етеүе ихтимал. Еңгән юғары уҡыу йорттары Рәсәй картаһында фәнни-техник үҫештең таяныс нөктәләренә әүерелер тигән ниәттәбеҙ".

Проекттарҙы яҡлауҙың икенсе көнөндә Совет ағзалары грантҡа дәғүәселәр иҫәбендә Өфө фән һәм технологиялар университетының, Өфө дәүләт нефть техник университетының үҫеш программаларын тыңланы. Проекттарҙы яҡлауҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

– “Өҫтөнлөк-2030” программаһы ярашлы беҙ университеттарыбыҙҙың һәм тотош фәндең эшмәкәрлеген етди йәнләндерергә, юғары уҡыу йорттарын үҫтереү программаларына өҫтәмә дәртләндереү сараларын тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ. Был эште федераль статусҡа эйә булған донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенә интеграциялайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ошо үҙәк нигеҙендә “Ростех” дәүләт корпорацияһы, “Интер РАО” холдингы, “Газпром” төркөмө кеүек индустриаль партнерҙарыбыҙ ярҙамында етештереүгә фәнни ҡаҙаныштарҙы индереү мөмкинлеген алабыҙ.

Башҡорт дәүләт университетының ғилми һәм инновацион эш буйынса проректоры Светлана Мостафины БДУ менән Өфө дәүләт авиация техник университеты нигеҙендә ойошторолған Өфө фән һәм технологиялар университетының үҫеш программаһын тәҡдим итте. Ул медицина, авиатөҙөлөш өсөн өр-яңы материалдар эшләү, геном һәм биомәғлүмәт технологияларын булдырыу, яңы компетенциялар буйынса белгестәр әҙерләү системаһын ғәмәлгә индереү, студенттарҙың эшҡыуарлыҡ башланғысын үҫтереү буйынса фәнни-ғәмәли эшмәкәрлекте үҙ эсенә ала.

Юғары уҡыу йорто ректоры Олег Баулин таныштырған Өфө дәүләт нефть техник университетының үҫеш программаһы энергия ресурстарын сығарыуға, ташыуға, эшкәртеүгә сығымдың артыуы, экологик балансты тергеҙеү, ил халҡының йәшәү кимәлен күтәреү менән бәйле бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Шуға күрә коллектив энергияны, ресурстарҙы һаҡлау, экология, йәшәү мөхитенең матди һәм социаль нигеҙҙәрен һанлаштырыу технологияларын ғәмәлгә индереүгә ҙур тырышлыҡ һаласаҡ.

Әйткәндәй, “Өҫтөнлөк-2030” төп программаһына Башҡортостан дәүләт медицина университеты ла инде.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Башҡортосттан Башлығы Радий Хәбиров, проекттың махсус өлөшөндә төбәктәге ике юғары уҡыу йортоноң ҡатнашыуы фәнде һәм мәғарифты үҫтереүгә, шулай уҡ илдә иҡтисадты яңыртыуға йүнәлтелә, тип билдәләне.

– “Ҙур университет” һәм “Өҫтөнлөк-2030” федераль программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырған бурыстар, бизнестың, фәндең, юғары мәктәптең интеграцияһы булмаһа, етерлек күләмдә белгестәр әҙерләй алмаясаҡбыҙ. Әле үк хеҙмәт ресурстарының етмәүен тоябыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Нефть һәм газ төбәге булыуыбыҙҙы иҫәпкә алғанда, нефть сығарыуға сығым йылдан-йыл арта, һөҙөмтәлә беҙгә өр-яңы фәнни ҡарарҙар, һанлы платформалар кәрәк. Шуға күрә республика һәм федераль ресурстар менән нығытылған көслө юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килеүе Башҡортостанды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Юғары уҡыу йорттарын үҫтереү программаларын яҡлау һәм гранттарҙы бүлеү һөҙөмтәләре өҫтөмә иғлан ителәсәк.

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы. "Беҙ тәүге тапҡыр "Өҫтөнлөк-2030" федераль программаһына республиканың өс университетын индереүгә өлгәштек. Проектта ҡатнашыу өсөн тотош илдән ике йөҙләп юғары уҡыу йорто ярышты. Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков етәкселегендәге комиссия 106 ҡатнашыусыны һайлап алды, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Башҡорт юғары уҡыу йорттарының ихтыяждары өсөн йыл һайын 1,8 миллиард һумға тиклем субсидия бирә алабыҙ. Һөҙөмтәләр көтәбеҙ. Ошондай етди проектта ҡатнашыу беҙҙең республиканың һәм тотош илдең иҡтисадын яңыртыуға, фәнде, мәғарифты үҫтереүгә ҙур этәргес бирер тип ышанам".

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146016.html

Читайте нас: