Беҙ үҙебеҙҙең аш өҫтәлен икмәктән һәм ҡамыр аштарынан башҡа күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Улар — беҙҙең төп ризыҡ. Бигерәк тә икмәктән ҙур аш-һыу юҡлығын бала саҡтан ҡанға һеңдереп үҫтерҙеләр. Магазинда булғанда йәки икмәк бешереү йорто эргәһенән үткәндә икмәктең хуш еҫен тойоп: “Ниндәй тәмле еҫ!” — тимәгән кеше һирәктер. Был яҙмам район үҙәгенең бер пекарняһында нисек ябай ондан күпереп торған тәмле икмәк-булка эшләнмәләре бешереүҙәре тураһында.
— Әле беҙҙең яңы сменаға әҙерлек бара, йыйыштырабыҙ. Әҙерәктән етештереү эше башлана, — тип һөйләй башланы директор Юрий Александров. — Бухгалтер эшен Лиана Яйыҡбаева алып бара. Кешеләр иртә менән яңы ғына бешкән хуш еҫле икмәк һатып алһын өсөн икмәк бешереүселәр сменаға кисен килеп, иртәнгә тиклем ҡыҙыу мейес эргәһендә “ҡайнаша”. Беҙҙең эштә бер нисә мөһим аспект бар. Ҡамырҙы әҙерләү өсөн яңы технологиялар, яҡшы йыһаз һәм яуаплы, намыҫлы, үҙ эшен яратҡан хеҙмәткәрҙәр кәрәк. Беҙҙә 12 икмәк бешереүсе эшләй. Бер көндөҙгө һәм ике төнгө смена. Мастерҙар — үҙ эшен яҡшы белгән оҫталар. Шуға ла икмәгебеҙ тәмле килеп сыға, район халҡы яратып ала.
Мине пекарняла төнгө смена ҡатын-ҡыҙҙары ҡаршы алды, мастерҙары — Оляна Караметдинова. Эш бында ҡайнай, быға аптырарға түгел, сөнки смена башланып ҡына тора. Пекарня урынлашҡан бина ҙур булмаһа ла, бирелә тәртип һәм таҙалыҡ күҙгә салына. Икмәк бешереү оҫталары — Ғәлиә Сәлимова, Ирина Кугубаева, Зөлфирә Кудряшова һәм Динә Ханнанова бик алсаҡ кешеләр булып сыҡты. Мин мастер Оляна Георгиевна менән әңгәмәләштем. Әйткәндәй, Ауыл хужалығы һәм етештереү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған сарала икмәк бешереүселәр Оляна Караметдинова менән Екатерина Иҡсанова күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре, райондың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә индергән өлөштәре өсөн район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Оляна Георгиевна Иҫке Аҡбулат ауылынан. Әсәһе Серафима Шаморатова райпола һатыусы булып эшләгән.
Олянаға һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, әсәһе юлынан китергә уйлай һәм Бөрө кооператив техникумына уҡырға инә. Пекарняға ул 2011 йылда, Мишкәгә йәшәргә күскәс урынлаша. Квалификацияһын күтәреү өсөн ситтән тороп технологка уҡып сыға. Әңгәмә ваҡытында Оляна Георгиевна һорауҙарға яуап бирҙе, үҙе тураһында һөйләне, ләкин эшенән туҡтаманы. Икмәк бешереүселәр бөтә нәмәне ҡарап ҡына тора: ҡамыр бутау машинаһын, өҫтәлдәрҙе, духовка шкафтарын, плитәне. Уларҙы ҡуласала әйләнеүсе тейендәр менән сағыштырырға мөмкин. Бөтә нәмәне лә тиҙ, бөхтә, теүәл эшләйҙәр. Коллективта үҙ-ара татыулыҡ ҡына түгел, ныҡлы тәртип тә булыуы күренеп тора. Мастер һөйләүенсә, улар икмәктән башҡа шәңгә, пирогтар, пицца, керәндил дә бешерә. Икмәк-булка эшләнмәләре башта махсус ҙур табаларҙа ҡабара һәм артабан духовкаларға бешергә оҙатыла. Һәр кемгә үҙ бурыстары бүленеп бирелгән. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән оҫталарҙың эшен күҙәтәм. Дөйөм массивтан өҙөп алынған ҡамыр үлсәнгәндән һуң формаға һалына. Тиҙҙән барлыҡ формалар ҙа бушаған шкафҡа ҡабартырға ҡуйыла һәм духовкала бешерелә.
— Эшемде ихлас башҡарам, — ти Оляна Караметдинова. — Икмәк еҫен яратам, ул бала саҡты иҫкә төшөрә. Әсәй һәр саҡ өйҙә бешерә ине, уның мейестән алғанын көтөп кенә тора инек. Ғаиләлә дүрт балабыҙ: өс ҡыҙ һәм бер ул. Мин икмәк бешереүсе булырмын тип уйламай ҙа инем. Әлбиттә, еңел һөнәр түгел, ләкин кешеләргә бик кәрәкле. Ауылдаштар тәмле икмәк, уңған ҡамыр өсөн рәхмәт әйткәндә күңел һөйөнә. Етәксебеҙ Юрий Алексеевичҡа ла рәхмәтлебеҙ. Изге күңелле кеше, ярҙамынан ситтә ҡалдырмай, һөнәри оҫталыҡ һәм изгелек өлгөһө ул.
Оляна Георгиевнанан нимә тураһында уйлауын һорайым. “Икмәк уңып бешһен, кешеләргә оҡшаһын ине. Тағы ла өй икмәгенә оҡшаған яңы тәмле сорт уйлап сығарғы килә”, — ти ул.
Икмәк бешереүселәр менән төнгө смена буйына тора алмаһам да, улар янында булған саҡта хеҙмәттәренең ни тиклем ауыр, ҙур тырышлыҡ, оҫталыҡ һәм көс талап итеүен аңланым. Хушлашҡанда үҙ һөнәрҙәренә бар күңел йылыһын һалған, асыҡ йөҙлө, уңған гүзәл заттарға рәхмәт һүҙҙәремде еткерҙем.
Светлана Тоймырҙина.
Мишкә районы.