Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡунаҡсыл хужабикә, оҫта балыҡсы һәм еләксе

Ауыл ҡатын-ҡыҙы — ул хеҙмәт кешеһе лә, оҫта хужабикә лә, хәстәрлекле әсә лә. Ул дан эҙләмәй, юғары бүләктәр көтмәй. Ошондай гүзәл заттарҙың береһе — Зөһрә Бәхтиева тураһында һүҙем.

Ҡунаҡсыл хужабикә, оҫта балыҡсы һәм еләксе
Ҡунаҡсыл хужабикә, оҫта балыҡсы һәм еләксе

Зөһрә Бәхтиева Туҡай ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылы тураһында айырым йылылыҡ һәм наҙ менән һөйләй, сөнки унда бала сағы, үҫмер осоро, йәшлеге үткән.
Баҙраҡ ауылы мәктәбен тамамлап, Зөһрә апай Борайҙа икмәк заводында, унан Бөрө ҡалаһында һатыусы булып эшләй. Яҙмыш елдәре уны Үзбәкстан яҡтарына илтә. Чирчик ҡалаһында буласаҡ тормош иптәше — Илеш районы егете Хәүил менән танышып, матур итеп донъя көтә башлайҙар. Бер-бер артлы ике бала — улдары Наил һәм ҡыҙҙары Венера тыуа. Зөһрә апай башта аяҡ кейеме фабрикаһында, артабан химия заводында келәтсе, Хәүил ағай ҙур кранда машинист булып оҙаҡ йылдар эшләй.


1994 йылда Зөһрә апайҙың атаһы ауыр сирләгәс, Бәхтиевтар ғаиләһе тыуған ауылдарына, Туҡайға ҡайта. Ауылға күсенгәс тә улар эшһеҙ ултырмай. Зөһрә апай ауыл мәктәбендә, Хәүил ағай башта Себерҙә, унан Баҙраҡ ауылында янғын һүндереү машинаһында шофер булып хеҙмәт һала.


Зөһрә апай һәм Хәүил ағай 44 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, ауырлыҡтарҙы бергә еңеп, татыу йәшәп, аҡыллы балалар үҫтергән. Балаларын хеҙмәт һөйөүсән, игелекле һәм маҡсатсан итеп тәрбиәләйҙәр, уларға белем алырға ярҙам итәләр. Хәҙер ғаиләләре менән ҡалала йәшәйҙәр, ата-әсә йортона йыш ҡайтып, эштәрендә булышалар.


2010 йылдан Зөһрә апай хаҡлы ялда. Яратҡан шөғөлдәренең береһе — балыҡ тотоу. Иртән таң атҡансы ҡармағын тотоп быуаға төшөп китә ул. Ауыл көтөүе ҡырға сыҡҡансы бер биҙрә балыҡ тотоп ҡайта.
— Байрамдарҙа, тыуған көнөмә лә миңә башҡа бүләк кәрәкмәй, ҡармаҡтар, бураҡтар ғына мине ҡыҙыҡһындыра, — тип йылмая оҫта балыҡсы.


Еләк йыйырға ла бик ярата Зөһрә апай. Килене лә уның тураһында: “Йырлай-йырлай еләктән әсәй ҡайтып килә...” — ти. Төрлө ҡайнатмалар, компоттар әҙерләй, туғандарына күстәнәскә бирә, Борайға алып барып һатырға ла өлгөрә.
Оҫта хужабикә ауылда үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Өмәләрҙә беренселәрҙән булып ярҙамға килә. Бер туй-мәжлес тә ул бешергән тәмле “ҡош теле”һеҙ үтмәй тиерлек. Байрамдарҙа үҙе кеүек йыр-моңға ғашиҡ ҡатын-ҡыҙҙар менән сығыш яһай.


Бәхтиевтар йортонда һәр ваҡыт тәртип, таҙалыҡ. Ҡунаҡсыл хужабикә һәр килгән кешене өҫтәл тулы тәмле ризыҡтар менән ҡаршы ала. Өйҙәренән кеше өҙөлгәне юҡ. Зөһрә апай һәр береһен ҡунаҡ итеп, йомоштары булһа үтәп, яҡты йөҙ менән оҙатып ҡала.
Мин барғанда ла өйҙәре тулы ҡунаҡ ине. Балалары ғаиләләре менән ялға ҡайтҡайны. Улай ғына ла түгел, ҙур ҡаҙан былау бешереп, күрше-тирәләрен дә саҡырғандар. Ҙур мәжлес йыйып, ҡунаҡ ҡараған хужабикәнең йөҙөнән йылмайыу китмәй. Үҙе йыйған еләк ҡайнатмаһы менән хуш еҫле мәтрүшкә ҡушылған сәйҙе тәмләп эстек.


Беҙ һөйләшеп ултырған арала нисәмә кеше йомош менән кереп сыҡҡандыр. Зөһрә апай барыһын да ихлас ҡаршы алып, сәй эсермәй ебәрмәй.
Ауылдаштары ла хөрмәт итә мәҡәләм геройын. Үҙе алсаҡ йөҙлө, асыҡ күңелле булғанғамы, уны барыһы ла ярата.

 

Лира ЮРАСОВА.

Борай районы.

Ҡунаҡсыл хужабикә, оҫта балыҡсы һәм еләксе
Ҡунаҡсыл хужабикә, оҫта балыҡсы һәм еләксе
Ҡунаҡсыл хужабикә, оҫта балыҡсы һәм еләксе
Автор:
Читайте нас: