Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар халыҡты йонсотто. Күптәр баҡсала һыу эсендә ултырған бәрәңгеләр сереп бөтмәҫме, уларҙы ҡасан сығарырға, нисек һаҡларға тип борсола. Ишембай районы Смаҡай ауылынан баҡса үҫтерергә яратыусы ханым Фәүзиә Насырова һыуҙа ултырған бәрәңгене йыйырға, сентябргә үк ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.
- Быйыл бәрәңге эре, матур үҫте. Ләкин көнө-төнө яуған ямғырҙар уңышты нисек һаҡларға тигән хәүеф тыуҙыра. Иртә өлгөрә торған бәрәңгеләрҙе ҡаҙып алдыҡ. Баҡсала йөрөрлөк түгел, аяҡ бата. Бер көрәк тәрәнлектә һыу ята. Эргәләлә генә шишмә лә булыуы ла дымдың артыуына булышлыҡ итәлер. Шуға булған ризыҡты әленән үк йыйып алырға кәрәк тигән фекерҙәмен. Сөнки уңыштың һыуҙа ятыуынан файҙа юҡ, ул бәрәңгенең тәмен дә үҙгәртә, серетә лә. "Бәрәңгене нисек һаҡларға?" тигән һорауға үҙемдең тәжрибәмдән кәңәшем шул: бер кәритәлә бәрәңгене бысрағынан йыуам,икенсеһенә алһыу ғына төҫкә ингәнсе әҙ генә марганцовка һалам, шул һыуҙа бәрәңгене сайҡатып, киптерәм. Киптереү өсөн буш урындарҙы алдан хәстәрләнек, – тине Фәүзиә апай.
Үҫтергән уңышығыҙ һәр берегеҙҙең ризығына яҙһын!
Фото: Фәүзиә Насырованыҡы.
Автор:Резеда Шәнгәрәева