Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күләмдә түгел хикмәт

Быйыл туҡтауһыҙ яуып алған ямғырҙар һәм һалҡын көндәр үҫемлектәрҙең үҫеүен бер аҙ тотҡарланы. Был хужалыҡтарға мал аҙығы әҙерләү эшен башлауҙы кисектереп торҙо. Шуға күрә көндәр йылыныу менән район хужалыҡтары бесәнгә төштө. Ҡояшлы көндәрҙә әҙерләнгән аҙыҡ сифатлы була, ти белгестәр.

Күләмдә түгел хикмәт
Күләмдә түгел хикмәт

Беренселәрҙән булып мал аҙығы әҙерләүгә Борай районынан Йомаҡай ауылындағы Ғабдуллиндарҙың крәҫтиән-фермер хужалығы төштө. Эшсәндәр әле сенаж һалыу менән мәшғүл. Әлеге көнгә 120 тоннанан артыҡ сифатлы, витаминдарға бай аҙыҡ соҡорға һалынды. Көндө төнгә ялғап эшләп, сенаж массаһын соҡорға туплауҙы мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта тамамларға тырышалар. Шулай эшләгәндә генә сенаждың сифаты яҡшы була.
Был Олег Мөхәмәтйәновтың тырыш хеҙмәтенә туранан-тура бәйле. Ул МТЗ-82 тракторында сенажға йәшел масса ура. Ә Илдус Хәмиҙуллин менән Рәис Ғәбиҙуллин кемуҙарҙан ярышып, баҫыуҙан сабылған үләнде ташып тора. Иң яуаплы эш — аҙыҡ тапатыу механизатор Наил Ғабдуллинға ышанып тапшырылған.
— Һауа торошо үҙгәреүсән булһа ла, аҙыҡ әҙерләүгә һуңламаныҡ әле. Техникабыҙ ҙа, эшсе көстәр ҙә етә. Шулай булғас, бик оҙаҡҡа һуҙмай ғына башҡарып сығырбыҙ, тип торабыҙ. Күләмдә түгел хикмәт, иң мөһиме — сифатлы булһын, — ти “Ғабдуллин” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Булат Данис улы.

Лира ЮРАСОВА.

Борай районы.

Күләмдә түгел хикмәт
Күләмдә түгел хикмәт
Күләмдә түгел хикмәт
Автор:
Читайте нас: