Әлеге көндә ул “Лидер” һәм “Престиж” такси хеҙмәте, “Spartpizza”, “Spartbeer”, “ЧикенБар” һәм балалар өсөн “Spartkids” байрамдар майҙансығы хужаһы булып тора.
Әңгәмә барышында мәҡәләм геройына: “Эшҡыуар булыу еңелме?”, “Хәҙер бит һеҙ үҙ-үҙегезгә етәксе?” кеүек һорауҙарымды бирмәй ҡала алманым.
— Был ял көндәрһеҙ эшләү тигән һүҙ, — тип йылмайҙы Радмир. — Һәр ваҡыт телефонда, юлда, теләһә ҡайһы ваҡытта килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә әҙер булырға кәрәк. Ә ундайдарҙың һаны бихисап. Тырыш, маҡсатсан, сабыр булыу, һалым закондарын аңлау, бухгалтерия иҫәп-хисаптарында эш итә белеү мөһим. Ҡыҫҡаһы, талаптар бик күп. Эшҡыуарҙарҙың тормошо күп яҡлы, ҡыйынлыҡтар ҙа аҙ түгел. Мин бер нәмәгә лә зарланмайым, үҙем һайлаған эшем бик оҡшай.
Радмир Нурмөхәмәтов район тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам ебәреүҙә әүҙемлек күрһәтә. Бар республикаға гөрләп үткән “Табынфест-2023” V төбәк-ара йәштәр фестивален ойоштороуҙа ла ҙур өлөш индерҙе. Шулай уҡ ул район Советы эргәһендәге Йәштәр советы ағзаһы булараҡ та, райондағы мөһим эштәрҙән ситтә ҡалмай.
Радмир Рәмил улы йәштәрҙе үҙ эшен башларға ҡурыҡмаҫҡа саҡыра. “Заман менән бергә атлап, төрлө өлкәлә яраҡлашып йәшәргә кәрәк. Һуңғы йылдарҙа эшҡыуарҙарға дәүләт кимәлендә төрлө ярҙам саралары ла булдырылды. Иң мөһиме — ҡулдан килмәй, тип ҡурыҡмаҫҡа. Тырышһаң, барыһы ла була”, — ти йәш эшҡыуар.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.