Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәштәр эшҡыуарлыҡты үҙ итә

Йәштәр йәмғиәтебеҙҙең иң әүҙем һәм алыштырғыһыҙ өлөшө булып тора. Улар үҙ заманының саҡырыуына лайыҡлы яуап биреп, еңеүҙәргә ынтыла. Районда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһе көслө үҫеш алһа ла, йәш көстәргә бик мохтаж. Шуға күрә район иҡтисады үҫешендә йәш эшҡыуарҙар эшмәкәрлегенә ҙур әһәмиәт бирелә.

Йәштәр эшҡыуарлыҡты үҙ итә
Йәштәр эшҡыуарлыҡты үҙ итә

Һуңғы йылдарҙа шәхси эшҡыуарлыҡ өлкәһе ҙур үҫеш алды. Ул бик ҡатлаулы, күп яҡлы һәм тынғыһыҙ өлкә. Был өлкәлә теләһә кем уңыш яулай алмай. Ул бер үк ваҡытта тиҙ арала етди ҡарарҙар ҡабул итеү, кешеләр менән аралаша һәм эшләй белеү, үҙ-үҙеңә ышаныслы булыу һәм, иң мөһиме, көслө һиҙемләү һәләтенә эйә булырға тейеш. Бындай сифаттарҙың барыһы ла хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән уңыштарға ирешкән Альмир Винер улы Хәйҙәршинға хас (һүрәттә).
Райондашыбыҙ үткән йылдың мартында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә “БулоЩки” кафе-пекарняһын асыу пландары менән мөрәжәғәт итә. Унда уның бизнес-планы ҡарала һәм Альмир йәш эшҡыуар булараҡ субсидия алыу конкурсында ҡатнаша ала, тигән ҡарар ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә, ул конкурстың барлыҡ этаптарын да уңышлы үтеп, 500 мең һумлыҡ грант ота. Был ярҙамға ул кафе өсөн бинаны ҡуртымға алып, ремонт яһай һәм кәрәкле йыһаздар һатып ала.
Тиҙҙән Иҫке Балтас үҙәгендә “БулоЩки” тип аталған заманса кафе-пекарня асыла. Ә көҙөн эшҡыуарҙарға ярҙам итеү муниципаль программаһы буйынса Альмир Хәйҙәршин өҫтәмә йыһаздар һатып алыу өсөн 300 мең һум күләмендә субсидия алыу бәхетенә ирешә.
Киләсәктә йәш эшҡыуар үҙенең “БулоЩки” кафе-пекарняһының брендын теркәргә һәм ауыл ерендә ҡала стандарттарын индерергә планлаштыра.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Йәштәр эшҡыуарлыҡты үҙ итә
Йәштәр эшҡыуарлыҡты үҙ итә
Автор:
Читайте нас: