Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тәжрибәле педагог, оло йөрәкле әсәй

Нажия Тәғарифуллина йөрәк йылыһын балаларға өләшә

Тәжрибәле педагог, оло йөрәкле әсәй
Тәжрибәле педагог, оло йөрәкле әсәй

Ауыл ҡатын-ҡыҙы... Ул хеҙмәт кешеһе лә, уңған хужабикә лә. Ул танылыу , юғары наградалар көтмәй. Сабыр ғына үҙенең ҡатын-ҡыҙ бурысын үтәй, тормош йөгөн тарта. Һүҙем ошондай гүзәл заттарҙың береһе — Ҡортлокүл мәктәбе уҡытыусыһы Нажия Тәғарифуллина тураһында.
Нажия Ғәлийән ҡыҙы Яугилде ауылында тыуып үҫкән. Бала, үҫмер сағы, йәшлеге үткән тыуған ауылы тураһында ул айырыуса йылылык менән һөйләй. Улар быуынының йәштәргә һөйләр һүҙе етерлек.
1980 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағас, Нажия Ғәлийән ҡыҙы юллама буйынса Ҡортлокүл мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Балалар менән эшләү оҡшай уға, һөнәрен ярата һәм кейәүгә сығып ошо ауылда төпләнеп ҡала.
Бына 43 йыл инде Нажия Тәғарифуллина Ҡортлокүл мәктәбендә уҡыта. Ошо ваҡыт эсендә күпме быуын балаға төплө белем һәм тәрбиә биргән ул. Тәжрибәле педагог хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йөрәк йылыһын балаларға өләшеүен дауам итә. Ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә, белем усағында һәм ауылда үткән сараларҙа даими ҡатнаша.
Яратҡан эшенә бар тырышлығын һалған, һөнәренән йән тыныслығы, йәм тапҡан Нажия Ғәлийән ҡыҙы ғаиләһендә лә бәхетле. Ул һөйөклө әсәй генә түгел, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн хәҙер хәстәрлекле, наҙлы өләсәй ҙә. Тормош иптәше менән балаларына яҡшы тәрбиә бирҙеләр, белем алырға ярҙам иттеләр. Хәҙер улар үҙ ғаиләләре менән ҡалала йәшәй, атай-әсәйҙәре янына йыш ҡайта.
Тәғарифуллиндар өйөндә һәр ваҡыт бөхтә, таҙа, ә өҫтәлдә —тәмле ҡамыр аштары. Ҡунаҡсыл хужалар балаларын, туғандарын ихлас ҡаршы ала, изге теләктәрен теләп оҙатып ҡала.
Нажия Ғәлийән ҡыҙына ҡарайһың да, ни тиклем уның асыҡ, мөләйем, изге күңелле, оло йөрәкле кеше икәненә инанаһың. Бәхетте яратҡан һөнәрендә, һөйөклө ғаиләһендә, ауыл ерендә тапҡан ул. Намыҫлы хеҙмәте менән абруй яулаған, тырышлығы менән күп нәмәгә ирешкән.


Резеда Камалова,
Ҡортлокүл мәктәбе уҡытыусыһы.

Тәжрибәле педагог, оло йөрәкле әсәй
Тәжрибәле педагог, оло йөрәкле әсәй
Автор:
Читайте нас: