Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
29 Октябрь 2023, 09:00

Бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ

“Эшебеҙгә иң ҙур баһа – балалар рәхмәте”, — ти тәжрибәле ашнаҡсы

Бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ
Бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ

Борай 2-се гимназияһында балаларҙың дөрөҫ һәм сәләмәт туҡланыуын яҡшы ойоштороу белем биреү учреждениеһы эшмәкәрлегендә төп йүнәлеш булып тора, сөнки дөрөҫ туҡланыу сәләмәтлеккә генә түгел, ә белем алыуҙың сифатына ла йоғонто яһай. Бирелә үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тәжрибәле ашнаҡсылар эшләй. Шуларҙың береһе — Золя Миңнуллина.

“Ашнаҡсы – тәү ҡарашҡа, еңел, тыныс, таныш, тәмле һөнәр күренһә лә, ул түҙемлек, бөхтәлек һәм теүәллекте талап иткән ауыр эш. Бигерәк тә мәктәп ашнаҡсылары ҙур яуаплылыҡ тота. Туҡланыу һәр йәһәттән дөрөҫ, калориялы, витаминдарға бай һәм тәмле булырға тейеш. Һуңғы ваҡытта балаларҙың яҡшы сифатлы туҡланыуына дәүләт кимәлендә лә айырым иғтибар бүленә башланы: нормативтар билдәләнде, аш-һыуҙың сифатына контроль һәм ҡаты яуаплылыҡ булдырылды. Ата-әсәләр өсөн “Асыҡ ишектәр көнө” даими рәүештә ойошторола. Улар ашханаға килеп, әҙер ризыҡтарҙан ауыҙ итеп ҡарай, үҙҙәрен борсоған һорауҙарына яуап ала, — ти Золя Мирзахан ҡыҙы. — Һайлаған һөнәремде яратам, сөнки мин бала саҡтан аш-һыу әҙерләү менән мауыҡтым. Әсәйем өйҙә булмағанда, ашарға бешерҙем, ваҡыт үтеү менән ризыҡтарым тәмлерәк була барҙы. Элек Интернет булмағас, ҡыҙыҡлы рецептарҙы журналдарҙан, гәзиттәрҙән табып, уларҙы киҫеп алып, дәфтәремә йәбештерә инем. Хәҙер Интернеттан йәнең теләгәнен табып, бешереп ҡарарға, оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап та өйрәнергә мөмкин. Балаларҙың мин әҙерләгән ризыҡты яратып ашауын күреү – иң ҙур бүләк. Ошондай мәлдәрҙә арыу тураһында онотаһың, артабан эшләргә дәрт-дарман өҫтәлә”.
“Золяға аш-һыу әҙерләү һәләте Хоҙайҙан бирелгәндер. Ул һәр ризыҡты телеңде йоторлоҡ тәмле итеп әҙерләй, һәр башҡарған эшенә күңел йылыһын һала”, — ти аш-һыуға оҫта был мөләйем гүзәл зат тураһында хеҙмәттәштәре.
Әйткәндәй, Золя Мирзахан ҡыҙы — Салауат районының Торналы ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, Саҡмағош һөнәрселек училищеһында ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Борай 2-се гимназияһында 2004 йылдан алып эшләй.
Золя Мирзахан ҡыҙы кеүек һөнәр оҫталары барҙа ата-әсәләргә лә, етәкселәргә лә һис кенә лә бошонорға урын юҡ, сөнки уҡыусылар һәр саҡ йылы аш, тәмле ризыҡ менән туҡланасаҡ.

Гөлназ Ханова.

Бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ
Бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ
Автор:
Читайте нас: