Бының өсөн ит бешкән һурпаға үҫемлек майы һалып, бер семтем сода, самалап тоҙ һалып баҫыр кәрәк.
Әгәр инде ит һурпаһы булмаһа, 1 стаканды тултырмай ғына ҡайнар һыу алып, үҫемлек майы ҡушып бутайбыҙ.
Ҡабаҡты ваҡлап турайбыҙ, дөгөнө бер аҙ үҫемлек майы ҡушылған тоҙло һыуҙа бүрттерәбеҙ. Йөҙөмдө йылымыс һыуҙа тотоп алабыҙ.
Ҡабаҡ, йөҙөм, дөгө, шәкәр, самалап тоҙ менән эслек әҙерләйбеҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, эслеген һалабыҙ
Эслеккә аҡ май ҡушһаң, бигерәк тә тәмле була.
Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын