Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
19 Сентябрь 2023, 12:11

Бар яҡлап та һәләтле

Петр Абдулов ябай ғына сыбыҡтарҙан иҫ киткес әйберҙәр үрә

Бар яҡлап та һәләтле
Бар яҡлап та һәләтле

Бар күңеле менән матурлыҡҡа ынтылыусы, оҫта ҡуллы, мари халҡының мәҙәниәте һәм тарихы өсөн йән атып йәшәүсе шәхес ул — Петр Абдулов. Райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнаған геройыбыҙ тураһында районда белмәгән кеше һирәктер. Бер сара ла унан башҡа үтмәй. Һуңғы йылдарҙа ул боронғо кәсеп менән шөғөлләнә — талдан төрлө кәрзиндәр, ситән үрә.
Петр Абдулов — Йәнтимер ауылы ир-егете. 1975 йылда Иванай урта мәктәбен тамамлағас, армия сафына алына. 1976-1978 йылдарҙа ул Кавказ аръяғы хәрби округында хәрби-һауа ғәскәрҙәрендә Ватан алдындағы изге бурысын үтәй.
Артабан Шафран ветеринария училищеһын (Әлшәй районында) яҡшы билдәләргә тамамлап, хеҙмәт юлын “Большевик” колхозында ветеринария фельдшеры булып башлай. Һуңыраҡ ҡайҙа ғына эшләһә лә — элемтә бүлегендә монтер булыпмы, Йәнтимер ауылы балалар баҡсаһы мөдиреме, киномеханикмы, Көнтүгеш ауыл биләмәһендә һалым инспекторымы — һәр ерҙә уға йөкләтелгән вазифаны оло яуаплылыҡ менән башҡара. Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле, тиҙәр. Тыуған ауылында, районда үткән бер концерттан да ситтә ҡалмай ул.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик тормай Петр Салиевич. Ул хәҙер тирә-яҡҡа матурлыҡ өләшеп, талдан кәрзиндәр, ситән, тирмәләр үрә.
— Һәр эште башлап ебәргәндә ауырлыҡтар осрай. Өйрәнеп киткәс, еңелләшә. Хәҙер ҡулдар үҙҙәре үрә. Тик бына яҡшы һәм төҙ талдарҙы табыуы ғына ауырлаша башланы, — ти оҫта. — Яҡшы материал булһа, күп нәмә яһап була. Барыһы ла үҙеңдең фантазияңдан һәм оҫталығыңдан тора.
Ә Петр Абдулов фантазияға бай кеше. Ябай ғына сыбыҡтарҙан иҫ киткес әйберҙәр үрә. Иң мөһиме, һәр береһе үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ.
— Хаҡлы ялда булғас, ваҡыт етерлек. Көндөҙ тал йыйһам, кисен уларҙан ниҙер булһа ла үрәм. Был шөғөл миңә күңел тыныслығы бирә. Быны һүҙ менән аңлатып та булмай, — ти Петр Салиевич үҙенең ижад емештәренә йылылыҡ менән ҡарап.
Ул үҙенең эштәренән торған күргәҙмә менән төрлө сараларҙа таныштыра. Быйыл ғына Мишкә районында — “Масленица”, Ҡалтасыла “Көмөш еп” кеүек республика күләмендә үткән сараларҙа ҡатнашты. Шулай уҡ ижад емештәрен “Айыҡ ауыл” республика күргәҙмәһе өсөн дә әҙерләй.
— Был тормошта барыбыҙ ҙа ҡайҙалыр ашыға, ҡабалана. Ә ғүмер бит ул бер миҙгел генә. Көндәлек мәшәҡәттәр бөтмәй ул. Шуға күрә һәр кешенең яратҡан шөғөлө лә булырға тейеш, тип уйлайым. Бына мин ҡулыма тал сыбыҡтары алһам, хатта ваҡыт туҡталған һымаҡ тойола. Үҙ ҡулдарың булдырған мөғжизәне күргәс кисергән шатлыҡты бер нәмә менән дә алмаштырып булмай, — ти ул.
Петр Абдуловтың оҫталығына, яратҡан шөғөлөнә бар күңеле менән бирелеүенә һоҡланмай мөмкин түгел. Ошондай кешеләр менән осрашып аралашҡандан һуң, уларҙың һәр бер кәңәше һәм йылы һүҙе күңелгә дәрт һәм көс өҫтәй, матур эштәр башҡарырға этәргес бирә.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Бар яҡлап та һәләтле
Бар яҡлап та һәләтле
Бар яҡлап та һәләтле
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: