Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
13 Август 2023, 09:00

Бал ҡортондай уңғандар

Умартасылыҡ серҙәрен яҡшы белгән Шыуаровтар сифатлы продукция етештерә

Бал ҡортондай уңғандар
Бал ҡортондай уңғандар

Умартасылыҡ — борондан ҡалған кәсеп. Борай ауылында йәшәүсе Фидәт Шыуаровҡа ла ул ата-бабаларынан быуындан-быуынға тапшырылған. Был кәсепкә тоғролоҡто һаҡлап, уның үҫешенә булышлыҡ итә йүнсел ғаилә.

Фидәт Маҙһар улы 25 йыл тәфтишсе булып эшләй. Нормалаштырылмаған хеҙмәт кешеһе булғас, ул йылдарҙа биш кенә баш умарта тота. Хаҡлы ялғас сыҡҡас ҡына ныҡлап умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Бал ҡорттарын бәләкәйҙән ҡарарға өйрәнә. Туҡай ауылында ата-әсәһе 30-ҙан ашыу умарта тотҡан. Фидәт ағай һәр саҡ уларға ярҙам итеп, шулай үҙе лә тәжрибә туплаған.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый. Умартасылыҡ буйынса белемен камиллаштырып, дәртләнеп яратҡан шөғөлөнә тотона. Йәйгелеккә бал ҡорттарын урмандағы участкаһына күсерә.
— Участкам бал ҡорто ғаиләһен ауылдарҙан алыҫ тотоу өсөн бик уңайлы, унда мин дә, миңә лә бер кем дә ҡамасауламай, – ти ул. — Умарталыҡ эргәһендә колхоз баҫыуҙары бар. Ҡый үләндәренән ағыулы химикаттар менән эшкәрткәндә бал ҡорттарына зыян килтергән ниндәй ҙә булһа аңлашылмаған хәл килеп сыҡҡаны булманы, етәкселек менән был йүнәлештә мәсьәләләрҙе алдан хәл итәбеҙ. Әлеге ваҡытта 70-тән ашыу умартам бар. Уларҙы ғаиләм менән бергә ҡарайбыҙ, бар эште бергә башҡарабыҙ. Ҡатыным — Илена, ҡыҙҙарым — Илида, Алина, кейәүем Булат ярҙам итә. Кәрәк саҡта дуҫтарымды лы саҡырам.
Бал һыуыртыуҙан тыш, тоҡомло бал ҡорттарынан инә ҡорттарҙы сығарам. Умартасылыҡ продукцияһы – прополис, балауыҙ әҙерләйбеҙ. Балауыҙҙан төрлө фигуралар, шәмдәр эшләйбеҙ. Уларҙы республиканан ситтә, башҡа төбәктәрҙә лә һатам. Етештергән бөтә продукциябыҙ ҙа сифатлы, Өфөлә тейешле анализдар эшләтәм.
Бөгөн Туҡай ауылында әсәһе Фәниә апай ҙа, Оло Баҙраҡ ауылында Илмир ағаһы ла бал ҡорттары ҡарай. Ағаһы Себер яҡтарында эшләй, шуға ул булмағанда бар эш ҡатыны Айһылыу иңенә ҡала.
Яратҡан шөғөлдәренән килем алып, башҡаларҙы сифатлы бал һәм башҡа умартасылыҡ продукцияһы менән тәьмин итеп, һәр атҡан көнгә ҡыуанып, мул тормошта ғүмер кисерә Илена һәм Фидәт Шыуаровтар.

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Бал ҡортондай уңғандар
Бал ҡортондай уңғандар
Бал ҡортондай уңғандар
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: