Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һыйлы көнөң — һыйырҙа

Егәрле, тырыш ғаилә мал аҫрап, ҡош-ҡорт ҡарап, баҡса үҫтереп, етеш тормошта йәшәй.

Һыйлы көнөң  —  һыйырҙа
Һыйлы көнөң — һыйырҙа

Мал ҡараусы ауыл уңғандары өсөн әле иң ҡыҙыу осор. Тәбиғәт көйһөҙлөктәре, заман ҡаршылыҡтары менән көрәшә-көрәшә улар бесән әҙерләй. Ваныш-Алпауыт ауылында шәхси хужалыҡтарында күпләп мал аҫрап, етеш тормошта йәшәүсе Филиә Әлйәнис ҡыҙы менән Ирек Рәсим улы ла һәр көндөң ҡәҙерен белеп ҡалырға тырыша.

Ауыл ерендә етеш тормошта йәшәйем тиһәң, ҡояштан алда тороп, ҡараңғы төнгә тиклем йүгереп тир түгергә кәрәк. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, мал ҡарап үҫкәс, күпләп һыйыр ҡарау бер ҙә ауыр түгел. Һыйырҙарҙы ҡул менән һауам. Һөттө эшкәртеп, май-ҡаймаҡ, эремсеген эшләп, артҡанын һатып торам. Шулай, иш янына ҡуш тигәндәй, аҡсаһы ла килеп тора. Төп килем шул мал, һөт ризыҡтары һатыуҙан килә. Әле бына ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүлбеҙ. Быйыл йәй эҫе, ҡоро килгәс, үлән дә бик шәптән түгел, шулай ҙа тырышабыҙ. Балалар ҙа хәҙер ҡул араһына инде, һәр эштә ярҙам итә. Үҙебеҙ хәләл көс түгеп үҫтергән йәшелсә-емештән ҡыш буйына етерлек төрлө салат, тоҙланмалар, ҡайнатмалар әҙерләйбеҙ. Магазиндағы аҙыҡ-түлек үҙең үҫтергәнгә етмәй инде. Үҙең етештергән бер ниндәй ҡушымталарһыҙ, экологик яҡтан таҙа продукция, — ти уңған хужабикә.

Наилә ИМАЕВА.

Тулыраҡ  итеп "Йәнтөйәк" гәзитенең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Һыйлы көнөң  —  һыйырҙа
Һыйлы көнөң  —  һыйырҙа
Һыйлы көнөң  —  һыйырҙа
Һыйлы көнөң — һыйырҙа
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: