Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
16 Февраль 2023, 15:29

Орлоҡто нисек сыныҡтырырға?

Помидор, борос, баклажан орлоғон сәсер алдынан сыныҡтырырға кәңәш ителә.

Орлоҡто нисек сыныҡтырырға?
Орлоҡто нисек сыныҡтырырға?

Башта орлоҡто калибрлайҙар, йәғни вағын ташлайҙар. Бының өсөн уларҙы һыулы банкаға һалып, болғатығыҙ. Эсе буш булғандары өҫкә ҡалҡа, ауырҙары батасаҡ. Шыма, эре орлоҡ таҙа һыуҙа йыуыла һәм 1 стакан һыуға 2 грамм марганцовка һалынған иретмәлә ярты сәғәт тотола. Ошо килеш орлоҡто марляға төрөп, бүлмә температураһында тәүлек тирәһе һалып ҡуялар. Бүртеп сыҡҡан орлоҡ тәүҙә  – 12 сәғәт йылыла, һуңынан 12 сәғәт ҡар аҫтында тотола. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәк. Ошо осорҙа орлоҡ шыта ла башлай. Был – бик шәп сыныҡтырыу ысулы.

Дөйөм алғанда, үрсетмә һәйбәт үҫһен өсөн ошолар нигеҙ булырға тейеш – сәләмәт орлоҡ, етерлек дым һәм яҡтылыҡ. Шытып ҡына сыҡҡан орлоҡҡа өсөн кәмендә 14 – 16 сәғәт яҡтылыҡ кәрәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-02-16/orlo-to-nisek-syny-tyryr-a-3145630
Орлоҡто нисек сыныҡтырырға?
Орлоҡто нисек сыныҡтырырға?
Автор:
Читайте нас: