Тормош иптәше Илнур менән малсылыҡҡа тотонорға уйлайҙар. Грант аҡсаһына Фәхретдиновтар симменталь тоҡомло һыйыр малы алған да инде. Был һыйырҙар ит өсөн дә, һөт өсөн дә яҡшы.
– Ауылда үҫкәс, бәләкәстән ауыл тормошон, бар эштәрҙе белеп үҫтем. Шуға ла был бизнесты асырға йөрьәт иттек. Ике йыл элек Дүсмәт ауылында малсылыҡ фермаһы һатып алдыҡ, тулыһынса үҙ аҡсабыҙға уны йүнәттек тә мал үрсетә башланыҡ. Ул саҡта 10 баш эре мөгөҙлө мал, һарыҡ, кәзә, йорт ҡуяны тота инек. “Агростартап” программаһында ҡатнашырға булдыҡ. Был беҙгә 30 баш симменталь тоҡомло мал алырға булышлыҡ итте. Әлегә малдар һанын арттырыуға, ит һәм һөт етештереүгә иғтибар бирәбеҙ, – тип һөйләй фермер.
Фәхретдиновтар ғаиләһе 200 гектар майҙанда малдарҙы туҡландырыу өсөн иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәсә.
“Агростартап” программаһы “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Программа буйынса ит йәки һөт биргән малдарҙы үрсетеү буйынса проекттар өсөн гранттар күләме – биш миллион һумға, башҡа йүнәлештәр буйынса өс миллион һумға тиклем тәшкил итә. Төп шарт – претендент проектына киткән сығымдың 10 проценттан кәм булмаған күләмдә аҡса һалырға тейеш.
Гөлшат Ҡунафина.
Борай районы.