Быға тиклем ул ветеринария фельдшеры, мал табибы булып эшләгән. 16 йыл элек фермаға етәкселек итә башлаған.
Ғөмүмән, Фәрит Фидай улы ауыл хужалығында 34 йыл. Ул үҙен белемле, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә һәләтле, булдыҡлы етәксе итеп күрһәткән. 2022 йылда уның хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән баһаланды. Был награда Фәрит Фидай улына һауымды, малсылыҡтың етештереүсәнлеген арттырыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барыуы, район һәм республика ауыл хужалығы ойошмаларының алдынғы тәжрибәһен ҡулланыуы, продукция етештереүҙә шаҡтай иҡтисади күрһәткестәргә ирешкәне өсөн тапшырылған. Үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән ул хужалыҡ һәм агросәнәғәт комплексына ҙур өлөш индерә. Тырыш, кешелекле, ярҙамсыл Фәрит Хисмәтуллинды коллективта ла ихтирам итәләр.
Гөлнара Солтанова.