Ауыл ерендә мал аҫрамайынса көн күреүҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Айырыуса һыйыр малы ауыл кешеһенең төп туйындырыусыһы булып тора. Ләкин ул һый табынға килеп ирешкәнсе ни тиклем борсоу-мәшәҡәт аша үтергә, күпме тырышырға тура килеүен мал ҡараған кеше генә белә.
Билгештә ғүмер кисереүсе Айгөл һәм Хәмис Хиләжетдиновтар ауылдың тырыш ғаиләләренең береһе. Айгөл Равиль ҡыҙы фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер булып эшләй, ә Хәмис Хәмзә улы ер эшкәртеү, мал ҡарау менән шөғөлләнә. Йыраҡтан уҡ күҙгә һалынып торған күркәм йорт бирелә булдыҡлы, тырыш хужалар йәшәгәнлеген күрһәтеп, балҡып тора. Ихата төҙөк, өй алдында бөхтәлек.
Хиләжетдиновтарҙың 8-се класта белем алыусы улдары Салауат та үҙҙәре кеүек тырыш, уҡыу алдынғыһы, актив, олимпиадаларҙа һәр саҡ еңеүҙәре менән ата-әсәһен, уҡытыусыларын һөйөндөрөп тора. Ниндәй генә саралар үтмәһен, береһе лә уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Телһөйәр, тыуған яғының рухлы улы Асҡын районы башҡорттары Кесе ҡоролтайының рәйесе лә булып тора. Ата-әсәһе лә улдары менән ихлас ғорурлана. Салауат ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙамлашырға ла ваҡыт таба.
Әйе, ауылда фельдшер эшенең ни тиклем яуаплылыҡ талап иткәнлеген һәр кем яҡшы аңлай. Иртәме, кисме, төн уртаһымы — ауыл фельдшеры һәр ваҡыт һаҡта. Ниндәй генә хәлдә лә юғалып ҡалмай, ярҙам итергә ашыға ул.
Әйе, бына шундайуңған кешеләре менән ауыл йәшәй ҙә инде. Улар бар булмышы менән ауыл балаһы. Тыуған яҡтарына, тыуған ерҙәренә булған һөйөүҙәре, ихтирамдары уларҙың үҙҙәрен хөрмәтле иткән. Киләсәктә лә эштәре уң булһын, уй–хыялдары тормошҡа ашһын, ауыл ҡото, Билгештең йөҙөк ҡашы булып йәшәүҙәрен дауам итһендәр. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, был тырыш ғаиләгә уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Сөмбөл Әсләмова.