Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
29 Август 2022, 09:54

Ҡышҡылыҡҡа тәмле салаттар

Баҡсала йәшелсә-емеш өлгөрә башланы. Хужабикәләр уларҙан ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар, тәмле салаттар әҙерләп ҡалырға тырыша. Һәр кемдең үҙе генә белгән шәп рецебы ла бар. Бәлки, кемгәлер бөгөн беҙ тәҡдим иткән рецептарҙың файҙаһы тейер.

Ҡышҡылыҡҡа тәмле салаттар
Ҡышҡылыҡҡа тәмле салаттар

Ҡабаҡ салаты

Уны әҙерләү өсөн 1,5 кг ҡабаҡ, 1 кг һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг кишер, 1 кг помидор, 250 г дөгө ярмаһы, 4 ҡалаҡ тоҙ, 100 г шәкәр, 200 мл үҫемлек майы, 1 балғалаҡ 70 процентлы аш һеркәһе алына.
 Дөгө, фасоль йә ҡарабойҙай ярмаһы ҡушып эшләнгән салаттар ҡышҡылыҡҡа туҡлыҡлы ла, файҙалы ла. Банканы асҡандан һуң йылытып, гарнир урынына ла ҡулланырға мөмкин, икмәккә һылап та ашарға була.
Салат әҙерләү өсөн ҡабаҡты шаҡмаҡлап, һуғанды ярым түңәрәкләп, боросты оҙонсалай һәм помидорҙы өлөшләп турарға,  кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә, ә һарымһаҡты мөмкин тиклем ваҡларға. Барыһын бергә ҙур һауытҡа һалып, тоҙ, май һәм шәкәр өҫтәп бешерергә. Йәшелсә ҡайнап сыҡҡас, дөгө өҫтәргә  һәм бутай-бутай бер сәғәт ҡайнатырға.  Әҙер булғас, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын ябырға.

Аджика

Уны әҙерләү өсөн 5 кг помидор, 1 кг татлы борос, 1 кг алма, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 300 г һарымһаҡ, 2 әсе борос, 4 ҡалаҡ тоҙ, 150 г шәкәр, 200 мл үҫемлек майы алына. 
Ҡабаҡтан әҙерләнгән аджика ҡышҡыһын итле аштарға бик яҡшы өҫтәмә булыр. Соус урынына  төрлө аш-һыуға ҡушып ҡулланырға ла мөмкин,  кемдер шул көйө генә лә ашарға ярата. 
 Уны әҙерләү өсөн ҡабаҡтың тышын әрсеп, ит үткәргес аша үткәрергә. Помидор, татлы борос менән кишерҙе лә  шулай уҡ ит үткәргес аша үткәрәбеҙ. Һарымһаҡты ваҡларға һәм йәшелсәләрҙең барыһын бергә  ҡушып бутарға. Тоҙ, шәкәр, май ҡушып, талғын утта 40 минут бешерергә. Болғатып торорға онотмағыҙ. Әҙер булғас, ҡыҙыл борос ҡушып, тағы 10 минут ҡайнатырға. Һуңынан стерилләнгән банкаларға һалып ябырға һәм түңкәреп, йылы әйбер менән ябып ҡуйырға. 

Маринадланған йәшел помидор

 Уны әҙерләү өсөн 3 кг йәшел помидор, бер баш ҙур ғына  һарымһаҡ, бер  услам йәшел тәмләткес (петрушка, кинза),  төйөлгән әсе борос йәки киптерелгән аджика  алына. 
Тоҙлоҡ өсөн бер литр ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ тоҙ, ярты ҡалаҡ шәкәр һәм бер ҡалаҡ ҡоро гәрсис кә­рәк.
Иң беренсе поми­дор­ҙарҙы дүрт өлөшкә бү­леп, йәшел тәмләт­кес­тәр, һарымһаҡ менән бутарға. Өҫтөнә  ҡайнар тоҙлоҡто ҡойоп, бер тәүлеккә йылы урынға ҡуйырға. Ул әсеп кү­бек­ләнә башлаһа, һыуыҡта һаҡларға. 

Ҡабаҡтан ҡышҡылыҡҡа
тәмле ҡабымлыҡ

Уны әҙерләү өсөн 2 кг ҡабаҡ, бер татлы борос, бер алма, бер баш һуған, бер-ике чили боросо, бер кишер, бер баш һарымһаҡ, 70 г томат пастаһы, 200 г шәкәр, 100 г 9 процентлы аш һеркәһе алына. 
 Алма, борос һәм кишер ҡушып әҙерләнгән был ҡабымлыҡ бик тәмле һәм кетерләп кенә тора. Уны әҙерләү өсөн орлоҡланып өлгөрмәгән йәш ҡабаҡтарҙы алырға һәм, ҡабығын әрсеп, оҙонсалай турарға. Ҡалған йәшелсәнең  барыһын да  ит үткәргес аша үткәреп, тоҙ, шәкәр, томат пастаһы һәм аш һеркәһе ҡушып, кәстрүлгә һалып, утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, ҡабаҡтарҙы ла шунда ҡушырға һәм талғын утта ҡайнатырға. Болғатып торорға онотмағыҙ. Тәүҙә һыуы әҙ һымаҡ тойолһа ла, һуңынан ҡабаҡтарҙан һут бүленеп сыға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң, бер сәғәт самаһы ҡайнатырға кәрәк. 
 Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға һалып, яҡшы итеп ябырға һәм түңкәреп ҡуйып, һыуынғансы йылы юрған  менән ҡапларға. ярты литрлыҡ банканан бөтәһе          5 банка салат килеп сыға.

Кетчуп

Уны әҙерләү өсөн 3 кг помидор, 0,5 кг алма һәм 0,25 кг һуған кәрәк. 
Барыһын да турап, һуғаны йомшарғансы бешерергә. Һуңынан блендер менән иҙеп, тағы ҡуйырғансы ҡайнатырға.  Аҙағында 1 ҡалаҡ тоҙ, 1,5 стакан шәкәр, тәменә ҡарап төйөлгән  ҡара һәм ҡыҙыл борос, 50 г алма һеркәһе ҡушырға кәрәк.  Төбө көймәһен өсөн болғатып торорға онотмағыҙ.  Әҙер булғас, банкаларға һалып, яҡшы итеп ябырға.

Сөгөлдөр салаты

Уны әҙерләү өсөн 1 кг сөгөлдөр, 70 г һарымһаҡ, 120 г помидор, 100 г татлы боррос, 80 г һуған,  60 мл үҫемлек майы, 10 г тоҙ, 40 г шәкәр, 40 мл аш һеркәһе алына. 
Сөгөлдөрҙө таҙартып, эре ҡырғыстан ҡырырға. Һуғанды   нәҙек кенә итеп оҙонсалап турарға һәм майҙа үтә күренмәле булғансы ҡыҙҙырырға. Сөгөлдөрҙө ҡушып, тағы 10 минут утта то­торға. Помидорҙы йыуып,  ҡыр­ғыстан ҡырырға.  Ҡабығы уста тороп ҡала, йомшағы ғына ҡы­рыла. Татлы боросто, орлоғонан таҙартып,  шаҡмаҡлап турарға һәм помидор менән икәүһен дә сөгөлдөргә ҡушып, тағы 7 – 10 минут  бешерергә. Иң һуңынан ваҡланған һарымһаҡ, тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе өҫтәп, 2 – 3 минут ҡайнатып, стерилләнгән банка­ларға һалырға һәм тимер ҡапҡас менән нығытып ябырға. 

Автор:Сажида Лутфуллина
 
Ҡышҡылыҡҡа тәмле салаттар
Ҡышҡылыҡҡа тәмле салаттар
Автор:
Читайте нас: