Бөтә яңылыҡтар

Белгән — өйрәтә

Маяш бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Белгән  — өйрәтә
Белгән — өйрәтә

Балтас районы Иҫке Янбай ауылында йәшәүсе Рәзинә Рәйес ҡыҙы Ханова һәм Мәүлиҙә Мәүлитйән ҡыҙы Фәтҡуллина ондан ризыҡтар бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Исеме үк әйтеп тора: маяш (майаш) «май ашы» һүҙенән (майҙа бешерелгән аш-һыу). Маяш - «затлы» ризыҡ тип иҫәпләнә. Элек-электән маяш менән ҡәҙерле һәм абруйлы ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып,  һыйлағандар. Ул һәр ваҡыт ҙур табындар уртаһында булған. Ә кәләш, туй көнөндә, мотлаҡ рәүештә егеттең ата-әсәһен һәм туғандарын һыйлаған. Маяш - хөрмәт, ҡунаҡсыллыҡ һәм йомартлыҡ билдәһе. Уның үҙенең ҡабатланмаҫ, айырмалы үҙенсәлектәре бар. Ул ҙурлығы буйынса бауырһаҡтан бәләкәйерәк, әммә сәк-сәктән ҙурыраҡ, йомро формала. Тулыһынса иретелгән мал майына күмелгән мейестәрҙә әҙерләнә. Әҙерләнгәндән һуң, маяш майлы ла, йәбешкәк тә түгел. Эҫе сәйгә һалһаң да, май таралмай. Шуға күрә ул бик уңайлы, тәбиғи һәм һәр төрлө сәй эсеүҙә һәр ваҡыт түрҙән урын ала! Маяш - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекттары реестрына инеүгә дәғүә итеүсе!!!

Гөлназ Ғәлләмова.

Белгән  — өйрәтә
Белгән — өйрәтә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: