Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
14 Февраль 2022, 16:02

Маҡсаттары – тик алға барыу!

Ғилемшиндар өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалырға йыйынмай.

Маҡсаттары – тик алға барыу!
Маҡсаттары – тик алға барыу!

Төлгөҙбаш ауылынан Эльза һәм Илнур Ғилемшиндар маҡсаттарына табан ҡыйыу атлай.

Асҡын районы хакимитенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү шарттарын яҡшыртыу” проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә улар һөттө пакеттарға ҡойоуҙы яйға һалған. Элекке һөт ҡабул итеү пункты эргәһендә модулле бәләкәй һөт заводы урынлашҡан.

– Ҡорамалдарҙы Удмурт Республикаһынан килтерҙеләр, – тине Эльза Фәтих ҡыҙы. – Тиҙҙән Асҡын районындағы магазиндарҙан үҙебеҙҙә етештерелгән һөт, эремсек һәм кефир һатып алыу мөмкинлеге тыуасаҡ.

Шулай уҡ ай аҙағына тиклем ит эшкәртеү һәм мал һуйыу цехтары өсөн ҡорамалдар килтереләсәк. Ғилемшиндар өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға йыйынмай, йүнсел ғаиләнең киләсәккә пландары күп. “Тик алға барырға”, – ти улар.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/219493

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Маҡсаттары – тик алға барыу!
Маҡсаттары – тик алға барыу!
Автор:
Читайте нас: