Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
27 Октябрь , 09:34

Йондоҙнамә

(27 октябрь – 2 ноябрь)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Көндәрҙе әүҙем, күтәренке кәйеф менән үткәрерһегеҙ. Килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтар һис тә ҡурҡытмаҫ. Кеше араһында абруйығыҙ ҙа артыр. Киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙ тураһында артыҡ һөйләнмәгеҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Йыш борсолорһоғоҙ. Ниндәйҙер күптәнге ваҡиғалар үҙҙәрен иҫкә төшөрөр. Яҡшы таныш эшегеҙ ҙә ҡәҙимгенән күберәк көс-ваҡыт талап итер. Кесе йомала яҡын кешеләрегеҙ менән дә кәрәкмәгән бәхәстәр килеп сығыуы бар.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Был арала башҡаларҙың ихтыяждарын күпкә еңелерәк аңларһығыҙ. Көсөгөҙгә ышанысығыҙ ҙа күҙгә күренеп артыр. Элек тотонорға баҙнат итмгән мәсьәләләр ҙә әллә ни ауыр күренмәҫ. Йомала ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Көндәр яҡшы килер. Килемегеҙҙең бер аҙ ауыртыуы ихтимал. Шишәмбелә мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһаларға тырышығыҙ – хәлегеҙҙән килмәгәнде вәғәҙә итеүегеҙ бар. Йомала тәжрибәле кешенән ишеткән кәңәш өмөтлө фекерҙәргә этәрер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Аҙнаны әүҙем башлап ебәрерһегеҙ. Тик был оҙаҡҡа бармаҫ. Шишәмбелә килеп сыҡҡан ҡаршылыҡ күңелегеҙҙе тиҙ төшөрөр. Ғөмүмән, алдан уйлаған эштәрегеҙҙең яртыһын ғына булдыра алырһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Был арала түҙемлерәк булыуығыҙ хәйерле. Шаршамбылағы ашығыс аҙымдарығыҙ кәрәкмәгән мәшәҡәттәр килтерер. Бер ниндәй ҙә үҙгәреш файҙаға булмаҫ кеүек. Йомала ғына күңелегеҙ бер аҙ тынысланыр.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Көндәрҙең һеҙ уйлағанса килмәүе лә бар. Бында бер аҙ үҙегеҙ ғәйепле. Тап был арала дошмандарығыҙ ҙа йәнләнеп китергә оҡшай. Йондоҙҙар уларға иғтибар итмәй, үҙ эшегеҙ менән булышырға ҡуша.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Һәр саҡ күтәренке күңел менән эш итерһегеҙ. Шулай ҙа күрһәткән әүҙемлегегеҙҙең кемгәлер оҡшамауы ла ихтимал. Ғөмүмән, был арала ҡуйған маҡсаттарығыҙға ҡарай һиҙелерлек етди аҙым яһарһығыҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Аҙна барышында көндәлек эштәрҙән дә ҡәнәғәтлек кисерерһегеҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер етди һөйләшеү булыуы мөмкин. Ахырҙа ике яҡ та дөйөм фекергә килер. Йомала аҡса менән бәйле мәсьәләлә үтә иғтибарлы булығыҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Был көндәрҙә һәләттәрегеҙ асылып китер. Яңы юлдар, ысулдар эҙләгеҙ һәм файҙаланығыҙ. Йондоҙҙар көс-хәлегеҙҙән сығып эш итергә ҡуша. Кесе йомала күптән күрмәгән кешенән хәбәр алырһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Ыңғай ваҡиғалар осрап торор. Тик уларҙы ваҡытында күреүегеҙ мөһим. Шулай ҙа артыҡ ҙур үҙгәрештәргә өмөт итмәүегеҙ хәйерле. Улар һеҙҙе яҡын киләсәктә мотлаҡ көтәсәк. Осор хаталарҙы төҙәтеү, араларҙы ялғау өсөн уңайлы.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Мәл элек башлаған эштәрегеҙҙе тамамлау өсөн ҡулай. Бәғзеләр ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеүҙең йәтеш кенә юлын табыр. Кесе йомала бер аҙ борсолорға ла тура килер. Шулай ҙа барыһы ла яҡшы бөтөр.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Автор:
Читайте нас: