Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Шишәмбелә уңайлы мәл килеп сығыуы бик ихтимал. Күптәр, юҡ-бар менән булып, быны күрмәүе лә мөмкин. Кесе йомала башлап ебәргән эшегеҙ аҙаҡ килем килтерер. Йондоҙҙар был арала етәкселәр күҙенә салынмаҫҡа ҡуша.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Ошо арала әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, киләсәгегеҙгә ныҡлы нигеҙ һалырһығыҙ. Шишәмбелә етди һөйләшеү көтөгөҙ. Һиҙгерлегегеҙ, алдан күрә белеүегеҙ күҙгә күренеп көсәйер. Йомалағы икеле хәлдә тейешле юлды еңел табырһығыҙ.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Аралашыуҙа ҡыйынлыҡ һиҙелер. Ҡайһы бер кешегә дөрөҫ һүҙҙәрҙе таба алмаҫһығыҙ, моғайын. Үҙегеҙгә артыҡ йөкләмә алмаҫҡа тырышығыҙ. Төп иғтибарығыҙҙы яҡшы таныш эштәрегеҙгә йүнәлтегеҙ.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Артыҡ ҙур мәшәҡәттәр көтөлмәй. Бәғзеләр был арала ҡайһы бер эшен тәртипкә килтерер, яҡын киләсәккә маҡсаттарын асыҡлар. Кесе йомала ҡатмарлы, күңелегеҙгә килешмәгән һөйләшеүҙәр булыуы ихтимал.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Күптән көткән ваҡиға үтеп тә китер. Юҡҡа ғына борсолғанһығыҙ икән, барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Ошо арала ниндәйҙер элек ебәргән хатағыҙҙы йәтеш кенә төҙәтеү өсөн мөмкинлек табырһығыҙ.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Күтәренке кәйефегеҙ килеп сыҡҡан бөтә мәсьәләне хәл итеүгә булышлыҡ итер. Шаршамбыла килеп тыуған етди мәшәҡәттәр ҙә ҡурҡытмаҫ хатта. Һеҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешеләр күбәйер.
Арыҫлан ( 24.07 –23.08)
Үҙгәреүсән ваҡиғалар һеҙҙән түҙемлек талап итер. Һәр осраҡта ашыҡмҫҡа һәм уйлап эш итергә кәңәш ителә. Ҡайһы бер мәсьәлә үҙенән-үҙе лә хәл ителер. Был арала бәғзеләр икенсе эш урыны эҙләй башлар кеүек.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Төп эшегеҙҙә үҙегеҙҙе һәр саҡ ышаныслы тойорһоғоҙ. Һуңғы ваҡытта тәжрибәгеҙ артҡанын барыһы ла асыҡ күрер. Етәкселәрҙең һеҙгә ҡарата мөнәсәбәте лә ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Кесе йомала етди һөйләшеү көтөгөҙ.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Был арала кәйефегеҙ үҙгәреүсән буласаҡ. Шуға күрә алдан уйлағанығыҙҙы тулыһынса башҡара алмаҫһығыҙ. Йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәре лә бер аҙ борсоп торор. Яңы танышығыҙ менән әлегә һаҡ ҡыланыуығыҙ хәйерле.
Саян ( 24.11 – 22.11)
Шишәмбелә ниндәйҙер мөһим ваҡиғаға тейешле иғтибар бирмәүегеҙ мөмкин. Ваҡыт үткәс, быны иҫегеҙгә төшөрөрҙәр, бәлки. Яҡындарығыҙ менән аралашыу шыма булмаҫҡа оҡшай. Юҡ-бар сәбәптән һүҙгә килешерһегеҙ кеүек.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Был арала нигеҙҙә үҙ көсөгөҙгә генә таянырһығыҙ. Ярҙам вәғәҙә иткәндәр һүҙендә тормаҫ. Яҡын кешеләрегеҙгә тейешле иғтибар бирә алмаҫһығыҙ. Ләкин быға бер кем дә үпкәләмәҫ.
ӨМӨТБАЙ.