Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
29 Сентябрь , 09:11

ЙОНДОҘНАМӘ

(29 сентябрь – 5 октябрь)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Аҙнаның бер аҙ ауырыраҡ башланып китеүе ихтимал. Яҡындарығыҙ күберәк ләстит менән булышыр, уларҙың хәбәренән бер ниндәй ҙә фәтүә булмаҫ. Үҙ көсөгөҙгә таянһағыҙ, үҙаллы күберәк булдырырһығыҙ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Был арала һәләттәрегеҙ тулыһынса асылырға тейеш. Уңайлы мәл менән файҙаланып ҡалығыҙ, сөнки бындай уңышлы осорҙо тағы бик оҙаҡ көтөргә тура килер. Бик тиҙ арала бәғзеләр һис тә уйламаған дәрәжәгә етер, кемдер бөтөнләй юҡҡа сығыр.

 

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Көндәр ҡыйыныраҡ килер һымаҡ. Күптәрҙең юҡ-бар өсөн эсе бошор, кәйефе боҙолор. Бындай саҡта үҙегеҙҙе ҡулда тоторға тырышығыҙ. Бер-ике көндән дөйөм хәлегеҙ ыңғайға үҙгәрер, күңелегеҙ урынына ултырыр.

 

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Күңелегеҙ һәр саҡ тыныс буласаҡ. Әллә ни ашыҡмай ғына байтаҡ эште башҡара алырһығыҙ. Тәжрибәле кешеләр һәр саҡтағыса файҙалы кәңәштәрен бирер. Йомала һөйләшеүҙәр күбәйер, тик күбеһе буш һүҙ булып ҡалыр.

 

Буға (21.04 – 21.05)

Аҙна башынан уҡ бер ҡайҙа ла ашыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Тиҙ үҙгәреүсән хәлдәрҙең асылын аңлар өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк булыр. Шаршамбыла кемдер элекке дәғүәһен белдереүе мөмкин. Уның мәкерле уйы барып сыҡмаҫ.

 

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Үҙегеҙҙе ҡәҙимге эш тәртибенә ауыр көйләрһегеҙ. Юҡ-бар мәшәҡәттәр һәм бәхәстәр даими сығып торор. Яҡшы таныштарығыҙ менән аңлашыу бигерәк ауыр буласаҡ. Бәғзеләр йорт-ғаилә эштәре менән дә булышыр.

 

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Матди хәлегеҙҙә ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар. Йомғаҡтарҙы күрер өсөн байтаҡ көс түгерһегеҙ. Уңайлы мәлдәр шаршамбыла мотлаҡ осрар. Был арала өҫтәмә эш йөкмәтерҙәр – уға ризалашығыҙ.

 

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Бөтөнләй таныш булмаған мәсьәләне сисергә тотонорһоғоҙ, бәлки. Бер аҙҙан уның асылына төшөнөрһөгөҙ, моғайын. Элекке тәжрибәгеҙҙең файҙаһы тейер. Йомала әллә ни ҙур булмаған юғалтыу кисерерһегеҙ.

 

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аҙна барышында башҡаларға йыш мөрәжәғәт итерһегеҙ. Улар яғынан күпселектә аңлау, ярҙам булыр. Юлға сығырға тура килһә, сәфәрегеҙ еңел һәм уңышлы уҙыр. Кесе йомала алыҫтан ыңғай хәбәр көтөгөҙ.

 

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Алдан төҙөгән маҡсаттарығыҙҙы үтәү еңел булмаҫҡа оҡшай. Кемделер ҡыйынлыҡтар ҡурҡытыр, бәғзеләрҙе ялҡаулыҡ баҫыр. Йондоҙҙар күпте һөйләргә, вәғәҙәләр бирергә ҡушмай. Аҙаҡ уңайһыҙ хәлгә ҡалыуығыҙ ихтимал.

 

Саян (24.10 – 22.11)

Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә. Кемдер өмөтлө танышлыҡ булдырыр, башҡаларға ҡыҙыҡлы осрашыуҙар фараз ителә. Күптәр төп эшендә етәксеһе менән мөнәсәбәттәрен яйлар. Нигеҙҙә, аҙнаны файҙалы үткәрерһегеҙ.

 

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Был арала уҡып йөрөгәндәр һәм белемен арттырғандар мотлаҡ уңыр. Бер ниндәй имтихандан да ҡурҡмағыҙ. Аҙна араһында ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡларһығыҙ. Кесе йоманан һуң алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр.

 

ӨМӨТБАЙ.

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: