Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна һис тә еңел булырға оҡшамай. Шулай ҙа ыңғай хәлдәр осрар. Шишәмбелә үҙегеҙҙең уңғанлығығыҙҙы күрһәтеү өсөн мөмкинлек сығыр. Бер юлы яҡын кешеләрегеҙ менән аралашыуҙа ҡытыршылыҡтар ҙа осрар.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Артыҡ тура һүҙле булыуығыҙҙың кемгәлер оҡшамауы мөмкин. Ләкин был күптәрҙе һеҙгә йәлеп тә итер, яҡындарығыҙ араһында абруйығыҙ мотлаҡ артыр. Һис тә уйламағанда йомала ниндәйҙер сарала ҡатнашырға тура килер, бәлки. Унда бигерәк тә уңырһығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Уңайлы мәлдәр күп буласаҡ. Эшлекле һөйләшеүҙәр ҙә һәйбәт үтер. Шаршамбыла төрлө бәхәстән ары тороғоҙ. Ауыр саҡта ла башҡаларҙың ярҙамына өмөт итә алырһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар кисерерһегеҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала бер нисә ҡатмарлы мәсьәләгә асыҡлыҡ индерерһегеҙ. Шишәмбелә лә етди генә һөйләшеү булыуы мөмкин. Аҙна араһында һеҙгә бик яуаплы эште йөкмәтерҙәр. Әле уны хәл итеү юлы һеҙҙең өсөн бөтөнләй ҡараңғы күренә.
Буға (21.04 – 21.05)
Алдан уйлағандарҙың барыһын да булдырырһығыҙ кеүек. Шулай ҙа байтаҡ көс түгергә лә тура килер. Аҙна башында етәкселәрегеҙҙән арыраҡ тороуығыҙ хәйерле. Шаршамбыла яҡындарығыҙ менән бәхәс килеп сығыуы ихтимал. Йома сығымдар менән янай.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙе ауыр көндәр көтә. Иң мөһим эштәргә тотонорға һәр саҡ нимәлер ҡамасаулар. Башҡалар менән уртаҡ тел табыу ҙа ауырлашыр. Әгәр шаршамбы-шишәмбелә әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һуңғы арала күрһәткән тырышлығығыҙ емеш бирер. Күңелегеҙ урынына ултырыр. Яҡындарығыҙ мөнәсәбәтен ыңғай яҡҡа үҙгәртер. Эш араһында кемгәлер ярҙам да итә алырһығыҙ, шикелле.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бөтә аҙымығыҙ дөрөҫ булһа ла, йомғаҡтарын оҙаҡ көтөрһөгөҙ, моғайын. Йондоҙҙар иҫкәртә: аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә һаҡ булығыҙ. Юҡ-бар хәбәргә ышанып, аҡсағыҙҙы юғалтып ҡуймағыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Шишәмбелә бик мөһим һөйләшеү булыуы мөмкин. Унан һуң күңелегеҙ бушап ҡалыр, бәлки. Кесе йомала икеләнеүегеҙҙең ниндәйҙер кимәлдә зыян килтереүе лә бар. Бәғзеләр ярҙам эҙләр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аралашыу-һөйләшеүҙәр күбәйер. Күпте өмөт иткәндәр менән һаҡ булыуығыҙ хәйерле. Бәғзеләр һүҙендә тормаҫ. Кесе йомала һорамағанда башҡаларға иҫкәртеүҙән, кәңәш биреүҙән тыйылығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Был арала һеҙҙән түҙемлек талап ителә. Бер эшегеҙ ҙә еңел генә бармаҫ. Мәсьәләләрҙе хәл иткәндә яңы ысулдар һәм юлдар эҙләгеҙ. Ҡай саҡ үҙегеҙгә өҫтәмә йөкләмәләр ҙә алырһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Иғтибар үҙәгендә йыш булырһығыҙ. Ғөмүмән, үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтерһегеҙ. Элекке тәжрибәгеҙ ҙә һәр саҡ ярҙам итер. Шәхси мөнәсәбәттәр ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Яҡындарығыҙҙың ярҙамы һәм булышлығы асыҡ һиҙелер.
ӨМӨТБАЙ.