Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
25 Август , 14:19

Йондоҙнамә

(25 – 31 август)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аралашыу, эшлекле һөйләшеүҙәр яҡшы барыр. Һәр осраҡта ла яҡындарығыҙҙың ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ. Элек һеҙгә битараф ҡарағандар ҙа ошо арала йылмайып торор. Был хәл оҙаҡҡа бармаҫ, файҙаланып ҡалығыҙ. 


Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Шишәмбелә аҡсалата юғалтыуҙар кисереүегеҙ ихтимал. Борсолмағыҙ, улар артыҡ ҙур булмаясаҡ. Кесе йома бер аҙ икеле көтөлә, ҡайһы бер нәмәгә иғтибарығыҙ етмәйәсәк. Ғөмүмән, буш һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашмаҫҡа кәңәш ителә. 

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Үҙгәреүсән кәйефегеҙ ҡайһы саҡ ҡамасаулар. Ниндәйҙер мөһим һәм яуаплы эшегеҙҙең ваҡытлыса туҡтап тороуы ла мөмкин. Шаршамбынан һуң аралашыуҙа ҡыйынлыҡ килеп сығыуы бар. Оҙаҡламай ул үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көндәр һәйбәт килер. Ҡайһы бер хыялдарығыҙ бойомға ашырға тора, буғай. Күтәренке күңелегеҙ һәр саҡ әүҙемлеккә әйҙәр. Шаршамбыла кемдер яҡшы хәбәр еткерер. Йомала тағы ла ыңғай яңылыҡ ишетерһегеҙ.


Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна башы бер аҙ көсөргәнешлерәк көтөлә. Янығыҙҙағылар менән ҡаршылыҡ килеп сығыуы бар. Элек еңел хәл ителгән мәсьәләләр буйынса ла уртаҡ фекергә килеү ауырлашыр. Шаршамбынан һуң барыһы ла яйланыр. 


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Матди хәлегеҙ икеле. Килемегеҙ ҙә, уйламаған сығымдарығыҙ ҙа булыр. Ғөмүмән, осор яҡшы уҙыр. Ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар һис тә ҡурҡытмаҫ, һеҙгә әүҙемлек кенә өҫтәр. Башланған эштәрегеҙҙе аҙағына еткерерһегеҙ.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Эске тауышығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Һәр осраҡта ла ул һеҙҙе алдамаҫ. Шишәмбелә яҡын кешегеҙ менән бәхәс сығыуы ихтимал. Ул үпкәләшеүһеҙ бик тиҙ хәл ителер. Был арала дошмандарығыҙҙың һаны бер аҙ кәмер.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Тормошоғоҙҙа бер аҙ үҙгәрештәр буласаҡ. Уларҙың барыһы ла ыңғай түгеллеген тиҙ аңларһығыҙ. Шаршамбыла көтөлмәгән ваҡиғалар килеп сығыр. Бәғзеләргә кеше эшен башҡарырға тура килер, моғайын.


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар үтә үҙгәреүсән булыуы ихтимал. Ҡайһы саҡ улар артынан өлгөрә лә алмаҫһығыҙ кеүек. Күптәр артҡа сигенергә мәжбүр булыр. Йондоҙҙар бер аҙ түҙемлерәк булырға ҡуша.


Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна башында иғтибарлыраҡ булығыҙ. Ҡайһы бер аҙымығыҙҙың яңылыш булыуы ла мөмкин. Аҡсағыҙҙы һәм ваҡытығыҙҙы юҡҡа түгеүегеҙ бар. Икеләнгән саҡта тәжрибәле кешеләр менән кәңәшләшеүегеҙ бер ҙә хилаф булмаҫ.


Саян (24.10 – 22.11)
Борсолоу сәбәптәре табылыр. Ныҡлап уйлағанда, һеҙгә бер нәмә лә янамай кеүек. Тормошоғоҙ һәүетемсә барған һымаҡ. Күпкә ынтылмағыҙ, тейешен барыбер ваҡытында алырһығыҙ. Булғанына шөкөр итегеҙ.


Уҡсы (23.11 – 21.12)
Башлыса үҙ көсөгөҙгә генә ышаныу дөрөҫ булыр. Башҡалар һүҙендә тормаҫ. Үҙегеҙсә эш итегеҙ – уңырһығыҙ. Йомала ниндәйҙер мөһим яңылыҡ ишетерһегеҙ.

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: