Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғаларға дөрөҫ баһа биреү ҡыйынлашыр. Был хәлдең хаталарға килтереүе ихтимал. Улар етди һөҙөмтәләргә килтермәһә лә, ваҡыты менән үҙҙәрен һиҙҙереп торор. Ғаилә мәсьәләләре лә борсолорға мәжбүр итер.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ниндәйҙер кисерештәр күңелегеҙҙе һаман да борсой кеүек. Ни хәл итәһең, үткәнде кире ҡайтарып булмай. Ҡайһы бер шәхси мөнәсәбәт бөтөнләй юҡҡа сығыр, икенселәрен ҡорорһоғоҙ. Был арала ҡулығыҙға ингән аҡсаны әлегә тотонмай тороғоҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе ваҡытлыса кисектерергә лә тура килер. Бында һеҙҙең бер ниндәй ҙә ғәйебегеҙ юҡ. Бер аҙ ваҡыт үткәс уларҙы дауам итерһегеҙ. Тормошоғоҙға ошо арала ингән яңылыҡ тураһында фекер йөрөтөргә әлегә иртәрәк.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна башында һеҙҙе бер нисә уңайлы мөмкинлек көтә. Бик һиҙгерҙәр генә уларҙы күрә алыр, күптәр аңламаҫ та. Тәүгеләр һиҙелерлек уңыштарға өлгәшер, моғайын. Аҡса-милек өлкәһендә бәғзеләр бигерәк тә уңыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Был арала ниндәйҙер йәмәғәт сараһында ҡатнашырһығыҙ. Унан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Кемделер яңы танышлыҡтар көтә. Кесе йомала яҡын кешегеҙ менән бәхәс килеп сығыуы бар. Үҙ-ара уртаҡ тел табыуы еңел булмаҫ һымаҡ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Дошмандарығыҙ тик ятмай, эшмәкәрлектәре йыш һиҙелер. Тырышыуға ҡарамаҫтан, улар өҫтөнлөк ала алмаҫ. Ҡайһы бер игеҙәктәр яңы килем сығанағын табыр. Бының өсөн бер аҙ көс түгерһегеҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ҡайсаҡ һеҙҙе ялҡаулыҡ еңә башлар. Йөкләмәләрегеҙ тураһында онотоуығыҙ ҙа бик ихтимал. Күп вәғәҙә бирмәҫкә тырышығыҙ, аҙаҡ уларҙы үтәүе икеле. Һаҡ булығыҙ: ҙур ҡыйынлыҡ менән өлгәшкәнегеҙҙе тиҙ юғалтыуығыҙ мөмкин.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ашығыс аҙымдар яһамаҫҡа кәңәш ителә. Аҙна башында оҙайлы һөҙөмтәләргә килтергән хаталарҙан һаҡланығыҙ. Һеҙҙең тирәләге хәлдәрҙе дөрөҫ баһалау ауырыраҡ булыр. Был көндәрҙе йондоҙҙар үҙегеҙ хаҡында артыҡ белдермәй, тыныс уҙғарырға ҡуша.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Төрлө сәбәп арҡаһында яҡындарығыҙ менән бәхәс тыуыр. Үпкәләшеүҙәр ҙә мөмкин. Араларҙы боҙмаҫ өсөн түҙем булығыҙ. Шаршамбынан һуң барыһы ла онотолор. Йомала ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Бөтә эштә лә уңырһығыҙ. Шишәмбенән һуң мөмкинлектәрегеҙ тағы ла күбәйер. Һәр аҙымығыҙ күҙәтеү аҫтында булыр һымаҡ. Шулар араһында дуҫтарығыҙ ҙа, һеҙҙе күрә алмағандар ҙа барлығын онотмағыҙ. Уйламаған сығымдар ҙа көтөлә.
Саян (24.10 – 22.11)
Күптән көткән ваҡиға яҡынлашып килә кеүек. Һуңғы әҙерлекте тикшерергә кәрәктер, бәлки. Кесе йомала үтә иғтибарлы булығыҙ. Был арала дәртегеҙ ҙә артыр, тик үҙегеҙҙе бер аҙ тыйып тороғоҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Көндәр ҡатмарлы килмәксе. Дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү күпкә ҡыйынлашыр, моғайын. Ҡайсаҡ түккән көсөгөҙ көткән һөҙөмтәгә килтермәҫ. Шаршамбынан һуң дөйөм хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Бәғзеләр яуаплы сараға әҙерләнә башлар.
ӨМӨТБАЙ.