Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
11 Август , 16:48

Йондоҙнамә

(11 - 17 август)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Теләктәрегеҙ күбәйер, тик уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәрегеҙ етмәҫ. Юҡҡа борсолмағыҙ, күпме булдырһағыҙ ҙа, шөкөр итегеҙ. Шаршамбылағы икеле хәл һеҙҙең файҙаға тамамланыр, бармаҡ ҡыбырлатырға ла кәрәкмәҫ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Был арала йондоҙҙарҙың ярҙамын бигерәк тә асыҡ тойорһоғоҙ. Эшегеҙҙең күбәйеүе һеҙҙе дәртләндереп ебәрер. Башҡалар ҙа оҫталығығыҙҙы күрмәй ҡалмаҫ. Дошмандарығыҙ үҙҙәрен әлегә әллә ни һиҙҙермәй һымаҡ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аҙна араһында бәғзеләргә элек булмаған урынды күрергә форсат тейер. Яңы тәьҫораттар кәйефегеҙҙе күтәрер һәм өр-яңы фекерҙәр тыуҙырыр. Күптәр элекке бәйләнештәрен яңыртыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр тыуып торор. Ҡайһыларын бойомға ла ашырырһығыҙ, һәр хәлдә ярҙамға килерлек кешеләр табылыр. Шаршамбынан һуң ваҡиғалар тиҙ үҙгәреүсән булыр, һеҙҙән иғтибарлылыҡ талап ителә.

Буға (21.04 – 21.05)

Аҙна араһында һәләттәрегеҙҙең күҙгә күренеп асылғанын күрерһегеҙ. Көсөгөҙҙән килмәгән ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү юлын асыҡларһығыҙ. Кесе йомала иғтибарлыраҡ булығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Был көндәр бер нисә ыңғай ваҡиға килтерер. Ныҡлап эшкә тотонорға мөмкинлегегеҙ булыр. Бер аҙ күңел асырға ла өлгөрөрһөгөҙ. Уйламағанда ҡулығыҙға байтаҡ аҡса инеүе бар. Уны ҡайҙа ҡуйырға икәнен беләһегеҙҙер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Был арала күпте булдыра алырһығыҙ. Тик эшегеҙҙең йомғаҡтарын бер аҙ ваҡыт үткәс кенә күрерһегеҙ. Бәғзеләр ышаныслы фекерҙәш тә табыр. Кесе йомала күптән борсоп торған мәсьәләне асыҡларһығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Уңайлы мөмкинлектәр әленән әле осрап торор. Уларҙы ваҡытында күрһәгеҙ, аҙна файҙалы уҙыр. Шаршамбыла йондоҙҙар төрлө бәхәстән ары торорға ҡуша. Фекерегеҙҙе лә кеше араһында белдермәҫкә кәңәш ителә.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Бик мәшәҡәтле осор. Өйөгөҙҙә лә, эшегеҙҙә лә борсолоу өсөн сәбәптәр табылыр, һәр осраҡта ла уйлап эш итегеҙ. Бәғзеләр ошо арала аҡсалыраҡ урын табыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Шишәмбелә ыңғай хәбәр ишетеүегеҙ ихтимал. Тик унан файҙа алыуығыҙ бик икеле. Кесе йомала йондоҙҙар күпте һөйләмәҫкә, башҡаларҙы артыҡ өмөтләндермәҫкә кәңәш итә. Аҙаҡ вәғәҙәләрҙе үтәү ауырға төшәсәк.

Саян (24.10 – 22.11)

Еңел юлдарға артыҡ өмөт итмәгеҙ. Әүҙемлек күрһәткән һайын ҡаршылыҡтар күбәйә барыр. Аҙна һөҙөмтәләре уйлағандан ҡайтышыраҡ булһа ла, ҡәнәғәтлек килтерер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Был арала яңы танышлыҡ булдырырһығыҙ. Ул оҙайлы һәм ике яҡ өсөн дә файҙа килтерер. Был көндәрҙә яҡшы таныш эштәрегеҙгә иғтибар биреү дөрөҫөрәк булыр. Бәғзеләр элекке хаталарын тыныс ҡына төҙәтә алыр.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас: