Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был аҙнала аралашыу яҡшы барыр. Теләһә кем менән еңел генә уртаҡ тел табырһығыҙ. Бер юлы бәғзеләрҙең серҙәрен дә белерһегеҙ. Дөйөм эште башҡарыу тураһында ла килешә алырһығыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡыйынлыҡтар бер-бер артлы осрап торор. Уларҙы хәл итеү өсөн көсөгөҙ етергә тейеш. Яҡындар тарафынан һәр саҡ ярҙам булыр. Тырышлығығыҙ тиҙ емеш бирер. Кеше араһында абруйығыҙ артыр.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Бер үк еңел осорға өмөт итмәгеҙ. Шишәмбе-шаршамбыла ең һыҙғанып эш итергә тура килер. Шулай ҙа юғалтыуҙар, һиҙелерлек хаталар булмаҫҡа тейеш. Кесе йомала кемдер һеҙҙе кәрәкмәгән фекер алышыуға йәлеп итергә маташыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Күптәр йорт-хужалыҡ эштәренә иғтибар бирер. Ярҙамсылар ҙа табылыр, моғайын. Элек бик ҡатмарлы күренгән эш тә артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Йомала күптән күрмәгән кешенән хәбәр алырһығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа ҡуша. Һәр осраҡта ла хәл-ваҡиғалар барышын алдан тикшереүегеҙ дөрөҫ булыр. Ҡәҙимге, таныш эштәрегеҙ яҡшы барыр. Күрһәткән тырышлығығыҙ мотлаҡ тейешенсә баһаланыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна башында бәхәскә инмәҫкә кәңәш ителә. Фекерегеҙҙе әйтеп, бәғзеләр менән арағыҙҙы боҙоуығыҙ ихтимал. Ғөмүмән, эштәрегеҙ яҡшы барыр, тик янығыҙҙағылар йыш ҡамасаулар.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ самалаһағыҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Бәғзеләр етәкселәрҙән маҡтау һүҙҙәре лә ишетер, бәлки. Эргәгеҙҙәгеләр эштәрегеҙгә ҡәҙимгенән йыш ҡыҫылырға маташыр. Быға юл ҡуймағыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Элек күрһәткән тырышлығығыҙҙың емештәре асыҡ беленер. Алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр. Кемгәлер тиҙҙән яңы, юғарыраҡ вазифа ла тәҡдим итерҙәр, моғайын. Кесе йомала төрлө бәхәстән ары тороғоҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Икеле хәлдәр күбәйергә оҡшай. Буш һөйләшеү менән булмағыҙ, ишеткән хәбәрҙәрҙе тикшерегеҙ. Етди ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйғанда икеләтә иғтибарлы булыуығыҙ мөһим. Янығыҙҙа ышанысһыҙ кешеләр күбәйеп киткән кеүек.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Көндәр уйлағандан ауырыраҡ килер. Үҙегеҙҙән күпте талап итмәгеҙ, ҡәҙимге, яҡшы таныш эштәрегеҙ менән булышығыҙ. Был арала ниндәйҙер йәмәғәт сараһында ла ҡатнашырға тура килер. Унда үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтә алырһығыҙ һымаҡ.
Саян (24.10 – 22.11)
Ошо арала бик өмөтлө күренгән тәҡдим ишетеүегеҙ ихтимал. Унан баштан уҡ баш тартыуығыҙ дөрөҫ булыр. Юғиһә һеҙҙе юғалтыуҙар, буш мәшәҡәттәр көтөр. Бәғзеләр ошо көндәрҙә милек менән бәйле ҙур эште тамамлар.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна һеҙҙең өсөн бигүк уңышлы булмаҫҡа оҡшай. Шишәмбеләге хәлдәр алдан төҙөгән пландарығыҙҙы юҡҡа сығарыр. Бөтөнләй таныш булмаған эш менән булышырһығыҙ. Шәмбелә генә бер аҙ иркен тын алырһығыҙ.
ӨМӨТБАЙ.