Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
9 Июнь , 09:21

Йондоҙнамә

  (9 –15 июнь)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Аҙна барышында ҡайһы бер борсоған һорауҙарға яуап алырһығыҙ. Бәғзеләренең ыңғай булмауы ла бар. Шулай ҙа күңелегеҙ бер аҙ тынысланыр. Бер юлы киләсәккә маҡсаттарығыҙҙы ла асыҡларһығыҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Осор ҡатмарлы башланыр. Баш күтәрергә лә әмәлегеҙ булмаҫ. Артабан мөмкинлектәрегеҙ артыр. Ниндәйҙер эшегеҙ тәүгә килем килтерер. Шәхси тормошоғоҙҙа мөһим ваҡиға көтөлә.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Янығыҙҙа ышанысһыҙ кешеләр күбәйеп китте шикелле. Йондоҙҙар уларҙан арыраҡ йөрөргә кәңәш итә. Кесе йомала кемдер эсен бошорған хәлгә тулы асыҡлыҡ индерер, моғайын.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Көндәр яҡшы килергә оҡшай. Элек башлаған эштәрегеҙҙе тыныс ҡына тамамларһығыҙ. Шаршамбыла уйламаған яҡтан һиҙелерлек ярҙам да килер. Йомалағы ваҡиғалар кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Был арала осраған хәлдәр һеҙҙән үтә түҙемлек талап итер. Бигерәк тә шишәмбелә етди һөйләшеүҙән баш тартырға ҡушыла. Мөмкин булһа, уны бер-ике көнгә күсерергә тырышығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Башҡалар менән осрашыу яҡшы булыр. Хатта ҡайһы бер дошманығыҙҙы ла үҙ яғығыҙға ауҙарырһығыҙ. Кесе йомала килеп сыҡҡан мәсьәләне дөрөҫ хәл итеү юлын тиҙ табырһығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Бирелгән кәңәштәргә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Шишәмбелә күптәнге танышығыҙҙан бик файҙалы хәбәр ишетерһегеҙ. Артабан мөмкинлектәрегеҙ ҡапыл артыр. Тик ашығып, яңылыш юлдан китеүегеҙ бар.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Мәл тормошоғоҙға үҙгәрештәр индереү өсөн уңайлы. Был арала ҡайһы бер насар ғәҙәттән күпкә еңелерәк ҡотолорһоғоҙ. Бәғзеләр кисектереп торған ниндәйҙер элекке ҙур эшенә яңынан тотонор.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Һеҙҙе тыныс көндәр көтә. Борсолоу өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп булмаҫҡа тейеш. Үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ өсөн дә бер нисә файҙалы эште башларһығыҙ. Йомала күптән күрмәгән кеше менән һөйләшеүегеҙ ихтимал.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Төрлө ваҡиға, уйламаған осрашыу күбәйер. Шаршамбыла тиҙ сисеүҙе талап иткән өр-яңы мәсьәләләр килеп сығыр. Ҡыйын булһа ла, кеше араһында тыныс күренергә тырышығыҙ. Йомала уңыш йылмайыр.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Аҙна яҡшы башланыр. Һуңғы ваҡытта эсегеҙҙе бошорған ниндәйҙер ҡатмарлы эштән ҡотолорға форсат табырһығыҙ. Кәңәш биреүселәр ниңәлер күбәйеп китер һымаҡ. Уларҙан бер ниндәй ҙә фәтүә булмаҫ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Ғөмүмән, ижади кешеләр мотлаҡ уңыр. Башығыҙҙа уй-фекерҙәр бер-бер артлы тыуып торор. Осор уҡып йөрөгәндәр өсөн дә уңышлы булмаҡсы. Был арала бик абруйлы кеше менән файҙалы һөйләшеү булыр.

ӨМӨТБАЙ.

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: