Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Аҙна башында төрлө бәхәс күбәйеп китеүе ихтимал. Фекерегеҙҙе башҡаларға еткереү еңел булмаҫ. Тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ, буғай. Был хәл оҙаҡҡа бармаҫ, быны үҙегеҙ ҙә аңлайһығыҙҙыр. Аҙ ғына түҙегеҙ.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Көндәр яҡшы киләсәк. Шаршамбыла бик ҡатмарлы күренгән мәсьәләне лә еңел сисерһегеҙ. Һәр осраҡта ла үҙаллы эш итерһегеҙ. Бер кем дә яорҙам тәҡдим итергә ашыҡмаҫ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Борсолор өсөн сәбәптәр табылып ҡына торор. Юҡ-бар ваҡиғалар ҙа эсегеҙҙе бошорор. Йондоҙҙар үҙегеҙҙе һаҡларға, төрлө ығы-зығыла ҡатнашмаҫҡа ҡуша. Кесе йомалағы хәлдәр кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Был арала ашыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Башығыҙҙы бутаусылар күп булыр, уларға иғтибар итмәгеҙ. Кесе йомала бер аҙ аҡса килер. Өй-йорт мәшәҡәттәре ҡәҙимгенән күберәк көтөлә. Бәғзеләре өҫтәмә сығымдар 7а талап итер.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Аҙна башында бәхәстәр күбәйер. Улар өйҙә лә, эшегеҙҙә лә буласаҡ. Шаршамбыла аҡса менән бәйле мәсьәләлә мотлаҡ уңырһығыҙ. Йомала ыңғай хәбәрҙәр даими килеп торор.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Шишәмбеләге ваҡиғаларға иғтибар итеүегеҙ мөһим. Уларҙан ниндәйҙер фәһем алырһығыҙ, бәлки. Башығыҙҙа яңы фекер ҙә тыуыр. Кесе йомала үҙ һүҙегеҙҙе ныҡлап яҡларға тура килер.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Йондоҙҙар шишәмбеләге хәлдәргә ҡарата иғтибарлыраҡ булырға са3ыра. Улар бәләкәй күренһә лә, һөҙөмтәләре етди булыуы мөмкин. Йомала бик күптән борсоп торған һорауға тулы яуап алырһығыҙ.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Һеҙҙең өсөн мөһим осор. Бәғзеләр яҡын киләсәккә маҡсаттарын асыҡлар. Шаршамбыла кемдер уйламаған ҡыйынлыҡтарға осрар. Шуға ҡарамаҫтан, башлаған эшегеҙҙе дауам итегеҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Үҙ көсөгөҙгә тулыһынса ышанған хәлдә генә эшегеҙ уңыр. Был көндәрҙә башҡаларҙан бер ниндәй ҙә ярҙам көтмәгеҙ. Шаршамбыла бер аҙ аҡса килер, ул шунда уҡ бөтөр ҙә, моғайын. Йомалағы хәлдәр мәшәҡәт тыуҙырыр.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Аҙна башында яҡшы яңылыҡтар даими килеп торор. Бәғзеләр бик күптән күрмәгән кешенән хәбәр алыр. Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр тыуыр. Уларҙы иң ышаныслы кешеләр менән генә уртаҡлашығыҙ.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Был арала һеҙҙән түҙемлек талап ителә. Яҡшы таныш эшегеҙ ҙә ҡыйынлыҡ менән барыуы ихтимал. Ниндәйҙер яңы нәмәгә өйрәнергә мөмкинлек булыр. Алған тәжрибәне тиҙҙән файҙаланырһығыҙ һымаҡ.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Шишәмбенән һуң етди ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы мөмкин. Кемдер үҙ тәжрибәһенә ышаныр, бәғзеләр элекке таныштарын эҙләр. Был арала рәсми ойошмаларҙа ла күп булырға тура килер.
ӨМӨТБАЙ.