Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ниһайәт, элекке теләгегеҙ бойомға ашып килә һымаҡ. Һуңғы аҙымды ғына яһарға ҡалды. Аҡса мәсьәләһе генә бер аҙ борсоп торор, моғайын. Йомала кеше хаталарын төҙәтергә тура килер.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡәҙимге, таныш эштәрегеҙ ҙә ауырлыҡ менән барыр. Ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар һәм хаталар һағалауы ла ихтимал. Кешеләрҙең кәңәшенә артыҡ ышанмай, үҙаллы эш итһәгеҙ, барыбер алдан уйлағанығыҙҙы булдыра алырһығыҙ, моғайын.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна яҡшы башланыр. Әҙ генә тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, бер нисә ҡатмарлы мәсьәләне, артыҡ көс түкмәй, ыңғай хәл итерһегеҙ. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күбәйер, быға әҙер булығыҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Бәғзеләр ниндәйҙер яңы эш менән мәшғүл булыр. Башҡаһына ваҡытығыҙ ҡалмаҫ. Шулай ҙа шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр асыҡ төҫмөрләнер. Кесе йомала яҡшы яңылыҡтар килер, өмөтлө осрашыуҙар ҙа булыуы мөмкин.
Буға (21.04 – 21.05)
Һеҙҙең тирәләге хәлдәрҙең көтмәгәнсә барыуы ихтимал. Йондоҙҙар ныҡышмалыраҡ булырға ҡуша, юғиһә эштәрегеҙ уңмаҫ. Кемдер ярҙам да эҙләр, бәлки.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Шишәмбенән һуң бөтә эшегеҙ ҡапыл туҡтағандай тойолор. Юҡ-бар өсөн бәхәс килеп сығыуы бар. Шулай ҙа һиҙелерлек юғалтыуҙар булмаҫтыр. Тиҙҙән күңелегеҙ тынысланыр, барыһы ла үҙ яйы менән китер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙнаның тәүге яртыһы күпкә уңышлыраҡ көтөлә. Бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ осрамаҫ. Кесе йомала мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһалағыҙ. Йомалағы уйламаған осрашыу өмөтлө булыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡаршылыҡтар, буталыштар күбәйер. Кеше кәңәше ярҙам итмәҫ, үҙ тәжрибәгеҙгә таянығыҙ. Кесе йомала ниндәйҙер етди һөйләшеү булыуы мөмкин. Унда элек белмәгәнде ишетерһегеҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Осор ҙур үҙгәрештәр, етди ваҡиғалар килтермәҫ тә, моғайын. Шулай ҙа шишәмбе һәм йомала ыңғай ваҡиғалар булыуы ихтимал. Бәғзеләр алға табан бәләкәй, ләкин ышаныслы аҙым яһай алыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Мәшәҡәттәрегеҙ күбәйһә лә, был һеҙҙе ҡурҡытмаҫ. Ҡатмарлы эштәр менән булышып, элек белмәгәнде өйрәнерһегеҙ. Кемдер файҙалы бәйләнештәр ҙә булдырыр. Шаршамбыла һирәк осрай торған бәхетле мәл кисерерһегеҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында бөтөнләй көтөлмәгән ваҡиғалар булыуы ихтимал. Уларҙың зыяны булмаясаҡ, әллә ни файҙаһы ла көтөлмәй. Башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр тыуыр. Бәғзеләр уларҙы шундуҡ тормошҡа ашырырға ашығыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Алдығыҙҙа ниндәйҙер яңы мәсьәләләр ҡалҡып сығыр кеүек. Уларҙың һәр береһе һеҙҙән ваҡыт һәм көс талап итер. Шуларҙың ҡайһыларын ваҡытлыса кисектереп торорға ла тура килер. Йомала урынлы кәңәш ишетерһегеҙ.
ӨМӨТБАЙ.